Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛЛАЯР СУФЫЙ

Просмотров: 1142

АЛЛАЯР СУФЫЙ (1616, Бохар ханлығы Кәттәҡурған ҡ. — 1713), суфый шағир. Ишан. Дини йөкмәткеле “Мәсләҡ әл‑муттакин” (“Алланан ҡурҡҡандар юлы”), “Морат әл‑ғарифин” (“Яҡтылар маҡсаттары”) шиғри-сәсмә әҫ. авторы. Фарсы телендә яҙылған, аҙаҡтан автор тарафынан Урта Азия төрки теленә тәржемә ителгән “Ҫабат әл‑ғажизин” (“Көсһөҙҙәр ныҡлығы”) әҫ. билдәлелек килтерә; уға ислам ҡанундарына бәйле легендалар, суфыйҙар, шәйехтәр тормошонан тарихтар ингән. А.с. әҫәрҙәре күп тапҡыр Истанбулда, Ташкентта, Ҡазанда нәшер ителә. Урал‑Волга буйында уның әҫәрҙәре мәҙрәсәләрҙә әсбаптар булараҡ ҡулланыла. Байтаҡ башҡ. яҙыусылары А.с. ижадына мөрәжәғәт итә: Т.Ялсығол А.с. “Ҫабат әл‑ғажизин” китабына Урал‑Волга буйы төркийендә “Рисаләи Ғәзизә” (1795; “Ғәзизәгә хат”) аңлатмаһын яҙа, Ғ.Соҡорой был әҫ. башҡ. теленә тәржемә итә һәм шиғри формала “Дибжаи Фаиза” (“Фаиза китабына инеш”) тип аталған аңлатма яҙа. Ғ.Усман А.с. үҙенең шиғырҙарын арнай, “Ҫабат әл‑ғажизин” һәм “Морат әл‑ғарифин”ға аңлатма м‑н төҙәтмәле исемлек төҙөй.

Әҙәб.: Шарипова З.Я. Краткое описание источников по истории башкирской литературы //Источниковедение башкирской филологии. Уфа, 1984.

З.Я.Шәрипова

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: