Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛЬМАНАХ

Просмотров: 989

АЛЬМАНАХ (ғәр. әл‑манах — календарь), ниндәй ҙә булһа билдә (тема, жанр, төбәк) б‑са берләшкән әҙәби әҫәрҙәр тупланған периодик булмаған йыйынтыҡ. Башҡортостанда Яҙыусылар союзының бер нисә А. сыға. “Литературный альманах” (“Әҙәби альманах”; 1934) һәм “Литературная Башкирия” (“Әҙәби Башҡортостан”; 19 сығарылыш, 1948—62) үҙ эсенә художестволы әҫәрҙәр, публицистик һәм әҙәби‑тәнҡит мәҡәләләрен ала. “Йәш көстәр” Башҡортостандың йәш яҙыусылары һәм шағирҙары әҫ. баҫтыра. А. булараҡ “Бельские просторы” (1982, 1993, 1996), “Тамаша” ж. сыға башлай. Район һәм ҡала яҙыусылар ойошмалары А. сыға, мәҫ., “Йәйғор” (1997 й. алып башҡ., урыҫ, татар һәм сыуаш телдәрендә нәшер ителә) — Бәләбәй әҙәби берекмәһе баҫмаһы, “Өлкәр” — Учалы яҙыусылар ойошмаһының нәфис‑әҙәби һәм публицистик А. “Ватан ҡомартҡылары” (38‑се сығарылыш, 1997) Бөтә Рәсәй (Бөтә Союз) тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау йәмғиәтенең “Ҡурай йондоҙлоғо” А. Башҡортостандың күп быуатлыҡ тарихын һәм мәҙәниәтен сағылдыра.

Әҙәб.: Әхмәтйәнов К.Ә. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 1965.

С.С.Шәнгәрәева

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: