Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АСКИН Ғәйфетдин Ғәфиәт улы

Просмотров: 1898

АСКИН Ғәйфетдин Ғәфиәт улы [10.10.1924, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Сураш а. (БР‑ҙың Нуриман районы) — 27.9.2007, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. көҙөнән Сталинград, Дон, Резерв, Ялан, 2‑се һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 5‑се гвардия армияһы 15‑се гвардия уҡсылар дивизияһы 43‑сө гвардия артиллерия полкының орудие командиры гвардия сержанты А. 1945 й. 12 ғинуарында Висла й. янындағы Сандомир плацдармындағы һуғыштарҙа һәм 21 ғинуарҙа Оппельн ҡ. төньяҡтараҡ Одер й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1945 й. демобилизациялана. 1946 й. алып БАССР‑ҙың Нуриман районы Үкәрле ауыл советы рәйесе, 1954—57 йй. КПСС‑тың Нуриман район комитеты секретары. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары менән бүләкләнгән. А. исеме менән Нуриман районы Ҡыҙыл Шишмә а. урам, Өфө ҡ. 117‑се урта мәктәп аталған, Үкәрле а. ул уҡыған урта мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ, Ҡыҙылъяр а. һәйкәл ҡуйылған (икеһе лә — Нуриман районы).

 Әҙәб.: Ш в е ц о в Д.И. И один в поле воин //Славные сыны Башкирии. Кн.1. Уфа, 1965.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.04.2023