Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘРОВ Ғәбит Абдулла улы

Просмотров: 1200

ӘХМӘРОВ Ғәбит Абдулла улы [24.2.1921, АСБР‑ҙың Юрматы кантоны Иҫке Сытырман а. (БР‑ҙың Фёдоровка районы) — 11.4.1996, БР‑ҙың шул уҡ районы Бала Сытырман а.], артиллерист, лейтенант (1945). Советтар Союзы Геройы (1944). 1‑се Атлы Армия исемендәге Тамбов Ҡыҙыл Байраҡлы кавалерия училищеһын тамамлаған (1945). 1942 й. алып Брянск, Көньяҡ‑Көнбайыш, Ялан, Үҙәк фронттарҙа хеҙмәт итә. Герой исеменә 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы 62‑се гвардия кавалерия полкының взвод командиры ярҙамсыһы гвардия өлкән сержанты Ә. 1943 й. 21 һәм 22 сентябрендә Украина ССР‑ының Клочково һәм Ивашовка аа. тирәһендә барған алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1945) БАССР ЭЭМ органдарында хеҙмәт итә, БАССР‑ҙың Фёдоровка районындағы “Салауат”, А.С.Пушкин исемендәге колхоздарҙа рәйес, Бала Сытырман ауыл советы рәйесе булып эшләй. Ленин (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943, 1985) ордендары менән бүләкләнгән. Өфө ҡ. Ә. исеме менән 97‑се урта мәктәп, тыуған ауылында урам аталған, уға һәйкәл ҡуйылған.

  Әҙәб.: К у л м у х а м е т о в  Х. Ратной дорогой //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.04.2023