Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБДУЛЛА МОСТАЕВ

Просмотров: 1118

АБДУЛЛА МОСТАЕВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Өфө провинцияһының яһаҡлы татарҙарынан. 1774 й. ҡышы—яҙында Ҡазан даруғаһында баш күтәреүселәр хәрәкәте етәкселәренең береһе. Июнь—июль башында Бәхтейәр Ҡанҡаевтың йыйылма отрядында эш итә, крәҫтиәндәрҙе баш күтәреүселәр ғәскәренә мобилизациялай. Июлдә А.М. отряды Кама һәм Вятка йй. араһындағы кисеүҙәрҙе һәм юлдарҙы һаҡлай, Бәхтейәр Ҡанҡаев отряды м‑н берлектә баш күтәреүселәрҙең Волга хәүефһеҙ сигенеүен тәьмин итә. 27 июлдә Ҡазан губернаһының Зюри а. янында баш күтәреүселәрҙең йыйылма отрядын С.В.Неклюдов етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәре ҡыйрата. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019