Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБҘАҠ, Төбәк, Белорет р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1155

АБҘАҠ, Төбәк, Белорет р‑нындағы ауыл, Абҙаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 20 км һәм Яңы Абҙаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 5 км алыҫлыҡта Ҡолсоғаҙы й. (Бәләкәй Ҡыҙыл й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 703 кеше; 1920 — 356; 1939 — 822; 1959 — 962; 1989 — 1045; 2002 — 1286; 2010 — 1331 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Ауыл эргәһендә “Абҙаҡ” спорт‑һауыҡтырыу комплексы урынлашҡан.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Күбәләк улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Улус старшинаһы Абҙаҡ Байымов исеме м‑н аталған. 1866 й. 79 йортта 625 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Ф.Әөхәмәҙиев, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019