Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБҘАҠ, Кинйәкәй, Учалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 954

АБҘАҠ, Кинйәкәй, Учалы р‑нындағы ауыл, Мансур а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 50 км һәм Ҡорама т. юл ст. К.‑Көнб. табан 18 км алыҫлыҡта Краснохта й. (Уй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 243 кеше; 1920 — 260; 1959 — 257; 1989 — 383; 2002 — 490; 2010 — 500 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡара‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Кинйәкәй исеме м‑н нигеҙ һала, 1737 й. билдәле. Риүәйәт б‑са, Учалы р‑нының хәҙ. Вознесенка а. урынында булған, 18 б. аҙ. ул ерҙә баҡыр руднигы асылғас, ауыл кешеләре хәҙерге урынға күскән. 19 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә (ауыл кешеләренең береһе исеменән, уның улы Рәхмәтулла Абҙаҡов билдәле). 1795 й. 20 йортта 80 кеше йәшәгән, 1866 й. 31 йортта — 196 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: