Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБЛАЙ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

Просмотров: 962

АБЛАЙ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Үрнәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 92 км алыҫлыҡта Бәрҙәсле й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2339 кеше; 1920 — 2925; 1939 — 2743; 1959 — 1868; 1989 — 1331; 2002 — 1285; 2010 — 1067 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (ҡатын-ҡыҙҙар халыҡ вокаль ансамбле), китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 17 б. аҙ. билдәле. 1716 й. һәм 1801 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са бында мишәрҙәр, 18 б. аҙ. ш. уҡ шарттарҙа башҡорттар һәм яһаҡлы татарҙар килеп урынлаша. 1795 й. 18 йортта 81 кеше йәшәгән, 1865 й. 155 йортта — 1061 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, мәҙрәсә булған. 1906 й. 4 мәсет, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ә.Вәли, Ә.С.Иҫәнбирҙин, Ғ.Х.Ҡоҙаяров, Ғ.Ғ.Моратов, Ғ.Хоҙаяров ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019