Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АКУТИН Иван Кириллович

Просмотров: 779

АКУТИН Иван Кириллович, Окутин И.К. (1718; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1720 — 1785 алда түгел), Яйыҡ казак ғәскәренән Уложенный комиссия депутаты. Бригадир. 1737—85 йй. хәрби хеҙмәттә. Комиссияға хеҙмәт хаҡын күтәреү, һалымдарҙы кәметеү, сауҙа ирке, ерҙе файҙаланыуҙы тәртипкә һалыу т‑да һ.б. наказдар тәҡдим итә. Ике тапҡыр крәҫтиәндәрҙең сауҙа м‑н шөғөлләнеү хоҡуҡтарын яҡлап сығыш яһай; “Аҫыл һөйәктәр хоҡуҡтары проекты”н тикшергәндә дворянлыҡтың хоҡуҡтарын киңәйтеүгә ҡаршы сығыш яһаусы депутаттарға ҡушыла. 1772 й. ғин. Яйыҡ ҡаласығының баш күтәргән казактары тарафынан ҡулға алына, июндә азат ителә. 1773 й. окт. — 1774 й. мартында Ырымбурҙы обороналауҙа [ҡара: Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75)] ҡатнаша, яҙы—көҙөндә Ф.Ю.Фрейман етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәре составында Е.И.Пугачёвтың Төп ғәскәренә ҡаршы һуғыша. 1775 й. алып Урал казак ғәскәренең ғәскәри атаманы.

И.М.Васильев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019