Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛЕКСАНДР I

Просмотров: 1082

АЛЕКСАНДР I (12.12.1777, С.‑Петербург — 19.11.1825, Екатеринослав губ. Таганрог ҡ., С.‑Петербургта ерләнгән), Рәсәй императоры (1801 й. 12 мартынан алып), Романовтар династияһынан. Император Павел I өлкән улы. 1824 й. Рәсәй буйлап сәйәхәт итә, Ырымбур губернаһында Һамар (8—9 сент.), Быҙаулыҡ (10), Ырымбур (11—12, 14—15) ҡҡ., Илек Һаҡлауы ҡәлғәһендә (13), Стәрлетамаҡ (15), Өфө (16—18), Бөрө (20) ҡҡ., Һатҡы заводында (21), Златоуст (Косотур) заводында (21—22), Петропавловск һәм Царёв‑Александровск алтын приискыларында (22), Мейәс заводында һәм Силәбе ҡ. (23 сент.) була. Златоуст ҡорал фабрикаһы м‑н танышҡан ваҡытта уға Ватан һуғышы (1812) ваҡиғалары төшөрөлгән биҙәкле 12 ҡылыс һәм шпага бүләк ителә, ҡылыстарҙың береһенә “Ғали йәнәптәре императорға бәхетле Златоуст” тигән яҙыу гравёрлана һәм императорҙың Златоустта булыу күренеше төшөрөлә. А. I чиновниктарҙың докладын тыңлай, гарнизон һәм ялан ғәскәрҙәренә смотр үткәрә, дауаханаларҙа һәм төрмәләрҙә була. Өфөлә кенәз Александр Невский ғибәҙәтханаһына (ҡара: Александр сиркәүе) нигеҙ һалыуҙа ҡатнаша. А. I исеменә халыҡтан үтенестәр һәм ялыуҙар ҡабул ителә. Иң күп ғаризалар (128) башҡорттарҙан килә, улар башлыса тау заводы хужалары һәм алпауыттар м‑н булған ер бәхәстәренә ҡағыла. Ҡағыҙҙар тикшереү өсөн тейешле учреждениеларға, иң мөһимдәре Дәүләт советының Хәрби эштәр департаменты рәйесе граф А.А.Аракчеевҡа ебәрелә. Бирелгән ғаризаларҙың күпселеге ҡәнәғәтләндерелмәй ҡала. 1850 й. Царёв‑Александровск приискыһында (ҡара: Мейәс алтын приискылары) А. I бюсы ҡуйыла (хәҙ. көндә Златоуст тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана).

Әҙәб.: Игнатьев Р.Г. Хроника достопамятных событий Уфимской губернии //Памятная книжка Уфимской губернии с статистическою картою губернии. Уфа, 1873. Ч.2.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: