Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АМЕРИКА ЯРҘАМ АДМИНИСТРАЦИЯҺЫ

Просмотров: 1138

АМЕРИКА ЯРҘАМ АДМИНИСТРАЦИЯҺЫ (American Relief Administration), АРА, 1919—23 йй. АҠШ‑тың Беренсе донъя һуғышында зыян күргән Европа илдәренә гуманитар ярҙам күрһәтеү б‑са хөкүмәткә инмәгән хәйриә ойошмаһы. 1921 й. АРА етәкселеге Мәскәүҙә Рус бүлеген һәм РСФСР‑ҙа 12 округ бүлексәһен ойоштора. Нояб. Өфөлә Башҡ. респ., Өфө губернаһында, Екатеринбург губ. бер өлөшөндә, Ырымбур губернаһында һәм Силәбе губ. асығыусыларға ярҙам комиссиялары, һаулыҡ һаҡлау һәм соц. тәьминәт органдары м‑н берлектә эшләүсе “Өфө—Урал” округ бүлексәһе асыла. АРА нояб. аҙағынан алып Өфө губ. асығыусыларҙы ҡайнар аш һәм ҡоро паёктар м‑н тәьмин итә башлай, дек. — Башҡ. республикаһында. Нояб. аҙағында — дек. балалар ашханалары ойоштороуҙа АРА‑ға булышлыҡ итеү өсөн Өфөлә, Стәрлетамаҡта һ.б. торама пункттарҙа аҙыҡ‑түлек ярҙамын өлкәндәргә лә күрһәтә башлаусы Рәсәй‑Америка балаларға ярҙам ком‑ттары ойошторола һәм 1922 й. мартында АРА ҡарамағындағы Асығыусыларға ярҙам ирекле ком‑ттары тип үҙгәртелә. 1922 й. 1 ғин. ҡарата 53 мең балаға 482 ашхана эшләй, 1 сент. — 547 мең кешегә 3256 туҡланыу пункты. 1922 й. мартында яҡынса 122 мең кукуруз паёгы (0,41‑әр кг) таратыла, авг. — 1 млн ашыу паёк (0,27‑шәр кг). АРА Башҡортостанға ш. уҡ дарыуҙар һәм мед. ҡорамалдары (мед. йөктәренең 77%‑ы халыҡ‑ара ойошмаларҙан), өҫ һәм аяҡ кейеме тапшыра. 1922 й. окт. АРА миссияһы Өфөнән китә; 1923 й. майына тиклем респ. уның ярҙамы килеүе дауам итә. 1923 й. 1 июлендә АРА СССР‑ҙа эшмәкәрлеген туҡтата. Округ бүлексәһенең баҫма органы — 2 аҙнаға бер сығыусы “Вестник АРА” (“Ара хәбәрҙәре”; Өфө, 1922) информацион ваҡытлы баҫмаһы. АРА етәкселеге — АҠШ‑тың сауҙа министры Г.К.Гувер; Рус бүлеге дир. — АҠШ армияһы полк. В.Хаскель; “Өфө—Урал” округ бүлексәһе етәкс. — АҠШ армияһы полк. У.Белл.

Әҙәб.: Усманов Н.В. Деятельность Американской администрации помощи в Башкирии во время голода 1921—1923 гг. Бирск, 2004; Patenaude B.M. The Big Show in Bololand. The American Relief Expedition to Soviet Russia in the Famine of 1921. Stanford, 2002.

Р.Ә.Дәүләтшин, Н.В.Усманов, Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019