Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОГОМОЛОВ Дмитрий Васильевич

Просмотров: 1276

БОГОМОЛОВ Дмитрий Васильевич (5.3.1909, Екатеринодар ҡ. — 28.1.1951, Өфө), тупраҡ белгесе. Геол.‑минералогия ф. канд. (1947). Кубань а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1930) Краснодар тәмәке үҫтереүселек ин‑тында, Муган татырлыҡ‑тәж. станцияһында (Әзербайжан ССР‑ы) һәм Кавказ аръяғы һыу хужалығы ин‑тында (Тбилиси) эшләй. 1932 й. башлап СССР ФА‑ның Башҡ‑н комплекслы экспедицияһында һәм Башҡ‑н тупраҡботаника бюроһында (1934 й. алып бүлек мөдире); 1938 й. башлап һәм 1946—51 йй. Башҡ‑н баҫыусылыҡ ғилми‑тикшеренеү тәж. станцияһының бүлек мөдире, 1943 й. алып ғилми бүлек б‑са дир. урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1947 й. башлап БАХИ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре Көньяҡ Урал тупрағының барлыҡҡа килеүенә, үҫешенә һәм тупраҡ япмаһының формалашыу проблемаларына арналған. Б. тупраҡ эрозияһына ҡаршы көрәш һәм респ. тәбиғи‑тарихи районлаштырыу нигеҙендә баҫыу һаҡлағыс урман һыҙаттары системаһын булдырыу, әсе тупраҡҡа эзбиз индереү сараларын һ.б. эшләй. Б. етәкселегендә респ. тупрағын комплекслы тикшереү үткәрелә, уның һөҙөмтәләре б‑са БАССР‑ҙың 1‑се йыйылма тупраҡ картаһы төҙөлә. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1944).

Хеҙм.: Почвы Башкирской АССР. М., 1954.

Ф.Х.Хәзиев

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019