Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫРЛУТ

Просмотров: 863

ҠЫРЛУТ (Gratiola), һаҫығүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртаса бүлкәттәрендә һәм тропиктар тауҙарында таралған. Башҡортостанда дарыулы Ҡ. үҫә. Ваҡ тәңкәле япраҡтар м‑н ҡапланған быуынлы үрмәле йыуан тамырлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төбөндә йомарланған, ҡыҙғылт‑шәмәхә төҫтә, өҫкө өлөшөндә 4 ҡырлы, төҙ, ябай, ҡайһы берҙә тармаҡлы, бейеклеге 15—30 см. Япрағы ланцет формаһында, осло, өҫкө өлөшөндә йәйенке‑ бысҡылы, төбөндә шыма ситле, өҫкө йөҙө һирәк һәм ваҡ биҙле, һабаҡты яртылаш ҡосҡан, ҡапма‑ҡаршы урынлашҡан. Сәскәһе эре, аҡ йәки алһыу төҫтә, шыма йәки бер аҙ уйымлы өҫкө иренле, яңғыҙар, япраҡ ҡуйынында, нәҙек оҙон сәскә һаптарында урынлашҡан. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — күп һанлы орлоҡтары булған осланған йомортҡа формаһындағы һорғолт‑көрәнһыу ҡумта. Авг.—сент. өлгөрә. Дымлы болондарҙа, һаҙлыҡтарҙа, һыу ятҡылыҡтарының ярҙарында үҫә. Һирәкләп Ейәнсура, Краснокама, Өфө р‑ндарында осрай. Составында алкалоидтар, сапониндар, йөрәк гликозидтары, терпеноидтар һәм флавоноидтар булған өҫкө өлөшө халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Орлоҡтары ағыулы. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019