Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АДВЕНТИВ ҮҪЕМЛЕКТӘР

Просмотров: 971

АДВЕНТИВ ҮҪЕМЛЕКТӘР, ситтән килтерелгән үҫемлектәр, кеше, хайуандар, һыу һәм һауа ағымдары м‑н тәбиғи ареалы сиктәренән сығарылған һәм ошо терр‑яның үҫемлектәр япмаһында урын алған үҫемлек төрҙәре. А.ү. археофиттарға (яңы терр‑яларға 15 б. тиклем индерелгән, мәҫ., маҙа киндер һәм тауыҡ тарыһы Урта Азиянан, күк суҡмарбаш Урта диңгеҙ буйынан) һәм неофиттарға (һуңыраҡ ваҡытта индерелгән, мәҫ., амброзияның айырым төрҙәре Төньяҡ Американан) айырыла. А.ү. культуралы үҫемлектәр м‑н таралыусы күпселек ҡый үләндәре һәм күп кенә рудераль үҫемлектәр ҡарай. БР‑ҙа А.ү. америка сағаны, ваҡсәскә ҡына, акация робинияһы һ.б. килтерелгән үҫемлектәр инә, улар һуңынан респ. төрлө райондарында яраҡлашҡан (ҡара: Интродукция). Һыуҙа үҫеүсе А.ү. еңел тарала, респ. һыу ятҡылыҡтарында канада элодеяһының күмәк үҫеше күҙәтелә.

Б.М.Миркин

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019