Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАРЫ УМЫРЗАЯ

Просмотров: 736

ҺАРЫ УМЫРЗАЯ (Adonis), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 20‑нән ашыу төрө билдәле, Төньяҡ Африкала һәм Евразияның уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә: себер Һ.у., яҙғы Һ.у., иҙел Һ.у., йәйге Һ.у. Бер йәки күп йыллыҡ үләндәр, япраҡтары күп тапҡыр тар өлөштәргә теленгән. Сәскәләре һары йәки ҡыҙыл төҫтә, яңғыҙ; сәскә эргәлеге 5—8 тышҡы һәм 5—24 эске япраҡсанан тора. Һеркәстәре һәм емеш япраҡтары бик күп. Апрель—июндә сәскә ата. Себер Һ.у. — плейстоцен реликты, Көньяҡ Уралдың һәм Өфө яйлаһының ҡатнаш һәм ылыҫлы урмандарында үҫә; йәйге Һ.у. Яңы Ергән а. (Хәйбулла районы) янындағы баҫыуҙарҙа табылған; иҙел Һ.у. ҡоро далаларҙа күҙәтелә; яҙғы Һ.у. болонло далаларҙа һәм ҡоро болондарҙа, урман ситтәрендә таралған. Дарыу үҫемлеге, составында гликозидтар бар. Һ.у. күп төрҙәре — ағыулы, декоратив үҫемлектәр.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова 



Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.11.2022