Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЙЫУТАБАН

Просмотров: 819

 

АЙЫУТАБАН, мүктәк (Aconitum), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә: имәнлек А. һәм бүре А. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 80—200 см. Япрағы бармаҡ бүленешле йәки теленмә. Сәскәһе торҡа һымаҡ, һары, шәмәхә төҫөндә, сәскәлеге — тәлгәш, июнь—июлдә сәскә ата. Емеше күп япраҡлы, июль—авг. өлгөрә. Имәнлек А. ҡоро болонда һәм ташлы далала, бүре А. урманда, аҡланда, урман буйында, тау болононда үҫә; респ. бөтә терр‑яһында, йышыраҡ урманлы һәм таулы райондарҙа таралған. Декоратив һәм ағыулы үҫемлек. Составында алкалоидтар бар, медицинала ҡулланыла.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. М.С.Ҡунафин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019