Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АКТИНОМИЦЕТТАР

Просмотров: 1318

АКТИНОМИЦЕТТАР, тармаҡлы күҙәнәктәр (гифтар) барлыҡҡа килтереүсе грамыңғай бактериялар. Яҡынса 700 төрө билдәле. 8 төркөмгә берләшә: актинопландар, мадуромицеттар, нокардиоформалылар, стрептомицеттар, термоактиномицеттар, термомоноспоралар һ.б. Күҙәнәктәргә бүленеү юлы (диам. 0,5—2,0 мкм), мицелий өлөштәре һәм экзоспоралар м‑н үрсей. Споралары яңғыҙ йәки төрлө оҙонлоҡтағы һәм формалағы теҙмәләргә йыйылған була. Аэробтар, һирәкләп анаэробтар. Күпселек А. — гетеротрофтар. Үҫемлектәр һәм хайуандарҙың органик ҡалдыҡтарын тарҡатыуҙа ҡатнашып, башлыса тупраҡта, һирәгерәк сөсө һыуҙа, кеше һәм хайуан организмында йәшәй. А. кеше һәм хайуандар (актиномикоз, нокардиоз һ.б.), үҫемлектәр ауырыуҙарын (картуфтың ябай ҡутыры, сөгөлдөрҙөң билбау ҡутыры һ.б.) тыуҙырыусы 40‑тан ашыу төрө бар. А. күпселеге биологик актив матдәләр, шул иҫ. медицинала, ауыл хужалығында һәм микробиология сәнәғәтендә ҡулланылған антибиотиктар бүлеп сығара.

Әҙәб.: Определитель бактерий Берджи. В 2 т. Т.2. М., 1997.

Н.Ә.Кирәева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019