Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОҘОН АНКИСТРОДЕСМУС

Просмотров: 756

ОҘОН АНКИСТРОДЕСМУС (Ankistrodesmus longissimus), бер күҙәнәкле йәшел ылымыҡтар төрө. Күҙәнәктәре оҙонса‑нәҙек орсоҡ рәүешле, тура йәки бер аҙ бөгөлгән, ҡыл рәүешле, оҙонлоғо 190—240 мкм, киңлеге 3,5—7,5 мкм. Тышсаһы шыма. Хлоро‑ пласы стена янында урынлашҡан, таҫма формаһында, тура йәки винт рәүешле ишелгән, күҙәнәктең оҙонлоғо б‑са рәткә теҙелгән 2—16 пиреноиды бар. Йылғаларҙа, һыубаҫар һыу ятҡылыҡтарында, быуаларҙа йәшәй. Башҡортостанда Ағиҙел й. табылған (урта һәм түбәнге ағымында). Һирәк осраған төр.

Р.Р.Кәбиров

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019