Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БРОНШТЕЙН Ефим Михайлович

Просмотров: 1047

БРОНШТЕЙН Ефим Михайлович (20.7.1946, Өфө), математик. Физика-матем. ф. д‑ры (1999), проф. (2001). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1968) шунда уҡ эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре ҡабарынҡылыҡ анализына һәм финанс математикаһына арналған. Б. шарҙың ҡабарынҡы аҫкүмәклектәренән торған компакттарҙың метрик энтропия үҫеш тәртибен иҫбатлай; экстремаль нөктәләрҙең күмәклек топологик өлгөләре б‑са ҡабарынҡы компакттарҙы теҙеү методикаһын эшләй; функциональ анализ телендә ҡатмарлы финанс инвестициялар портфелен ҡулайлаштырыу бурыстарын билдәләй. 300‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: О крайних точках выпуклых компактов в гильбертовом кубе //Функциональный анализ и его приложения. 1996. Т.30. Вып.4; Сложные инвестиции и потоки платежей //Рынок ценных бумаг. 1997. №3 (авторҙ.); О выпуклых конусах со свойством Шварца—Замфиреску //Функциональный анализ и его приложения. 1998. Вып.3.

С.И.Спивак

Тәрж. Р.Р.Мәһәҙиева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019