Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУПРАҠТЫ КӘҪЕН ӘЙЛӘНДЕРМӘЙ ЭШКӘРТЕҮ

Просмотров: 977

ТУПРАҠТЫ КӘҪЕН ӘЙЛӘНДЕРМӘЙ ЭШКӘРТЕҮ, тупраҡты ҡатламын әйләндермәй йомшартыу. Тупраҡ өҫтөндә ҡамылдың (70—80%‑ҡа тиклем) һ.б. үҫемлек ҡалдыҡтарының һаҡланыуын тәьмин итә. Ел эрозияһына ҡаршы, баҫыуҙарҙа ҡарҙы (ҡара: Ҡар тотоу) һәм ҡар һыуын тотоу өсөн һөҙөмтәле. Т.к.ә.э. технологияһы тупраҡты 3—4 йылға 1 тапҡыр һәр йылғы ваҡ төп эшкәртеү м‑н берлектә тәрән йомшартыуҙы күҙ уңында тота. Тупраҡты кәҫен әйләндермәй туңға тәрән эшкәртеү (27—30 см тәрәнлектә) яҫы төрәнле тәрән йомшартҡыстар йәки кәҫтаҡтаһыҙ һабандар м‑н үткәрелә (Т.С.Мальцев технологияһы). Ваҡ төп ер эшкәртеү өсөн (8—16 см тәрәнлектә) яҫы төрәнле һәм эрозияға ҡаршы культиваторҙар ҡулланыла; пар баҫыуҙарын ҡарау һәм сәсеү алдынан эшкәртеү өсөн эрозияға ҡаршы культиваторҙар һәм энәле тырмалар файҙаланыла. Т.к.ә.э. ерҙе төп һәм сәсеү алдынан эшкәртеүҙә, ш. уҡ Башҡортостандың Урал алды дала зонаһында, Урал аръяғы дала зонаһында һәм көньяҡ урман-дала зонаһында пар баҫыуҙарын ҡарау өсөн ҡулланыла. Көньяҡ урман-дала зонаһында сәсеү әйләнешендә яҙғы иген культураларынан һуң килгән пар баҫыуҙарын эшкәртеү 28—30 см тәрәнлектә кәҫтаҡтаһыҙ эш ҡоралдары м‑н үткәрелә. Урал аръяғы дала зонаһының ҡоро райондарында яҙғы бойҙай сәсеү өсөн таҙа пар эшкәртеүҙе һәм туңға ер һөрөүҙе 15—16 см тәрәнлектә яҫы төрәнле культиваторҙар м‑н үткәрәләр (Ю.П.Моряков). Урал алды дала зонаһы хужалыҡтарында көҙ көнө аралыҡлы культуралар өсөн тупраҡты алтөрәнле һабандар (төп корпустарының кәҫтаҡтаһы алынған) м‑н 30—32 см тәрәнлектә йомшарталар, яҙ һәм көҙ көнө яҙғы иген культуралары өсөн ерҙе энәле тырмалар м‑н эшкәртәләр (Л.И.Сәлишев). 1987—91 йй. Фёдоровка р‑нының “Пугачёвский” с‑зында был технологияны ҡулланғанда уңдырышлылыҡ арта (ц/га): яҙғы бойҙай — 34,7; арпа — 38,5; иген культураларын үҫтереүгә киткән сығымдарҙың түбәнәйеүе яҡынса 30% тәшкил итә. Т.к.ә.э. ысулдарын эшләү һәм уларҙы производствоға индереү м‑н Ауыл хужалығы институтында һәм Аграр университетта (Г.Н.Лысак, М.Ғ.Сираев, Х.Ф. Фәйезов, М.М.Хәмиҙуллин) шөғөлләнәләр.

Әҙәб.: Л ы с а к Г.Н. Защита почв от эрозии на Южном Урале: (сельскохозяйственное эрозиоведение). Ульяновск, 1988; Минимальная обработка и воспроизводство плодородия типичного чернозёма. Уфа, 1993; Защита почвы от эрозии и современные почвообрабатывающие машины в системе адаптивно‑ландшафтного земледелия Башкортостана. /М.Г.Сираев [и др.]. Уфа, 2002.

М.Ғ.Сираев, М.Б.Әмиров

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: