Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБДУЛЛА ТАУЫ

Просмотров: 1372

АБДУЛЛА ТАУЫ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Дыуан р‑ны Мәтәле а. төньяҡ ситендә урынлашҡан. Әй й. һул ҡалҡыу яры булып тора. Абс. бейеклеге 275,4 м. Төньяҡ һәм көнбайыш битләүҙәре текә, көньяҡ һәм көнсығышы — һөҙәк. Әртә ярусы тоҡомдарынан тора, яланғасланып эзбизташ күренеп ятҡан урындар бар. Ландшафты миләш, ябай айыу баланы, кәзә талы, ябай артыш һ.б. торған ваҡ ағаслығы булған ҡараһыу һоро һәм һоро урман тупраҡтарындағы киң япраҡлы-ҡара ылыҫлы, ҡарағай, икенсел ҡайын һәм уҫаҡ урмандарынан тора. Үҫемлектәрҙең БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре осрай: ҡалпаҡлы неоттианта, ҡуйы ҡыҙыл баҙыҡай, һырылыусан ятүлән, ысын кәкүк ситеге, эресәскә кәкүк ситеге һ.б.; эндемиктар (башҡ. ҡояшсәскәһе, ҡылсыҡлы аҡтамыр) һәм реликттар (Завадский хризантемаһы, себер зигаденусы, урал түшәгүләне).

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019