Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛЬБАНОВ Валериан Иванович

Просмотров: 958

АЛЬБАНОВ Валериан Иванович (26.5.1882, Өфө ҡ. — 1919, ?), алыҫҡа йөҙөү штурманы, поляр тикшеренеүсе. 1891—94 йй. Өфө ир балалар гимназияһында уҡый. Санкт‑Петербург ҡ. алыҫҡа йөҙөү училищеһын тамамлағандан һуң (1904) Балтик флоты судноларында хеҙмәт итә. 1905 й. башлап төрлө гидрографик һәм сауҙа судноларында штурман. 1912 й. Г.Л.Брусилов арктик экспедицияһының штурманы булып Санкт‑Петербург ҡ. “Изге Анна” шхунаһында Владивосток ҡ. тиклем Төньяҡ диңгеҙ юлы буйлап сыға. Кара диңгеҙендә шхуна йыл ярым дауам иткән боҙҙар дрейфына эләгә. 1914 й. яҙында А. етәкселегендә 13 кеше судноны ҡалдыра һәм боҙ өҫтөнән йәйәүләп Франц-Иосиф Еренә йүнәлә. Иҫән ҡалған А. менән матрос Конрадты Г.Я.Седов экспедицияһы ҡотҡара. А. экспедицияның ҡайһы бер фәнни материалдарын һаҡлап ҡала: боҙ, һауа, диңгеҙ тәрәнлектәре торошо тураһында яҙылған “Судно журналынан яҙмалар” (“Выписки из судового журнала”). А. карталарҙа күрһәткән Петерман Ере һәм король Оскар Ере утрауҙарының юҡлығы иҫбатлана. 1918 й. А. етәкселегендә Енисей й. урынлашҡан Дорофеев, Сечен, Мезенин морондарында судно юлдарының хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе билдәләр төҙөлә; Диксон утрауы ҡултығы тәрәнлектәре тикшерелә. 60‑сы йй. Кара диңгеҙендәге утрауға, Франц-Иосиф Еренең Гукер утрауындағы моронға А. исеме бирелә; 1972 й. “Валериан Альбанов” поляр гидрографик судноһы төҙөлә. Өфө ҡ. А. исеме полярниктар музейына бирелгән (2020), ул йәшәгән йортҡа барельеф, БДМУ-ның 2‑се корпусы бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

 Х е ҙ м.: На юг, к Земле Франца-Иосифа!: поход штурмана В.И.Альбанова по льду со шхуны “Св. Анна” экспедиции лейт. Г.Л.Брусилова: с очерком экспедиции лейт. Г.Л.Брусилова. Петроград, 1917.

 Әҙәб.: К у з ь м и н а В.З. Валериан Альбанов — наш земляк //Советская Башкирия. 1984. №300; Ч в а н о в М.А. Загадка штурмана Альбанова //“Подъём”. Воронеж. 1998. №6.

М.А.Чванов

Тәрж. И.М.Япаров

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.08.2023