Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРХАНГЕЛ ЗАКАЗНИГЫ

Просмотров: 1072

АРХАНГЕЛ ЗАКАЗНИГЫ. 1967 й. һунар йәнлектәре популяцияларын тергеҙеү маҡсатында зоол. заказник булараҡ ойошторола. Архангел р‑ны ш. уҡ исемле ауылдың көнсығыш ситендә Аҫҡын й. (Инйәр й. ҡушылдығы) һыубаҫар туғайында урынлашҡан. Майҙаны 1,9 мең га, терр‑яның 45,1%‑ын урман ҡаплаған, бер өлөшө һаҙланған (21,4%), быуа бар. Рельефы тигеҙ, тау алды-убалы. Имән, йүкә, ҡайын, сағандан һ.б. торған ҡатнаш урмандар таралған. Аҡ ҡуян, аҫбурһыҡ, бүре, йылға ҡондоҙо, ҡабан, мышы, себер ҡоралайы, үр ҡуяны, һыуһар, әлгәнйәк, ябай төлкө, ҡара өйрәк, ҡашҡабаш, ҡор, сел, һоро өйрәк, һуна өйрәк һ.б. йәшәй. Заказникта БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән баҡса ҡомағы, ышылдаҡ аҡҡош, ҡаңғылдаҡ аҡҡош, һоро ағуна, һоро торна, боған, үлән тәлмәрйене, Европа бәрҙеһе һ.б. осрай.

Ф.Ф.Абдуллин, Л.А.Едрёнкина

Тәрж. З.Б.Латипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.10.2019