Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛАНДШАФТ АСИММЕТРИЯҺЫ

Просмотров: 1208

ЛАНДШАФТ АСИММЕТРИЯҺЫ, ландшафт төҙөлөш өлөштәренең морфология һәм структура б‑са бер‑береһенә тура килмәүе. Симметрик (дөрөҫ арауыҡ) төҙөлөштән тайпылыу сәбәбе булып геострофик, тектоген, геол. структура, ишелмә, циркуляция, инсоляция, топоген, антропоген факторҙар тора. Л.а. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы һырттарының битләүҙәренә хас, был геол. төҙөлөш, рельеф барлыҡҡа килтерә торған процестарҙың характеры, яуым‑төшөм бүленеше, уртаса йыллыҡ һауа температураһы күрһәткестәре м‑н бәйле. Көнбайыш битләүҙәрҙә киң япраҡлы һәм ҡара ылыҫлы, көнсығышта — асыҡ ылыҫлы (Сукачёв ҡарағасы ла бар) һәм ҡайын урмандары үҫә. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында ш. уҡ ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге асимметрияһы сағыла: көнсығышта таулы урман‑далалар 600—700 м тиклем, көнбайышта — 400 м тиклем күтәрелә. Л.а. Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяҡ һәм төньяҡ‑көнсығыш өлөштәрендә һыҙаларҙың, убаларҙың һәм уйһыулыҡтарҙың бер битләүенең урманлы, ҡапма‑ҡаршы битләүҙәренең далалы булыуында күренә.

Әҙәб.: Мильков Ф.Н. Физическая география: современное состояние, закономерности, проблемы. Воронеж, 1981; Солнцев В.Н. Системная организация ландшафтов (проблемы методологии и теории). М., 1981; Шафрановский И.И. Симметрия в природе. Л., 1985.

Э.М.Ғәлиева

Тәрж. З.Б.Латипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019