Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АСЫ ШАРЛАУЫҒЫ

Просмотров: 843

АСЫ ШАРЛАУЫҒЫ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Архангел р‑ны Асы а. 0,8 км алыҫлыҡта Инйәр й. уң ярында урынлашҡан. Һыу яҡынса 8 м бейеклектәге ҡаялы һикәлтәнән ярға (яҙғы ташҡын ваҡытында — йылғаға) ағып төшә һәм ҡояшта көҙгөнө хәтерләтә. Гидрофил мүк участкалары һәм татырлы һыу ҡаяла эзбизле туф ултырыуына килтерә. Урта карбон эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Тирә-яҡ ландшафы киң япраҡлы урмандарҙан тора.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019