Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҪҠЫН МӘМЕРЙӘҺЕ

Просмотров: 1051

АҪҠЫН МӘМЕРЙӘҺЕ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ғафури р‑ны Ҡауарҙы а. төньяҡ-көнсығышҡа табан 8 км алыҫлыҡта Олотау һыртының көнсығыш битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, девон һәм карбон эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Ауыҙы Бәләкәй Аҫҡын й. (Инйәр й. басс.) кимәленән 70 км бейеклектә урынлашҡан; боҙ м‑н ҡапланған текә төшөү юлы (оҙонлоғо — 20 км) боҙло тигеҙ иҙәнгә күсә. Залда (оҙонлоғо 104 м, макс. киңлеге 61 м, бейеклеге 26 м) бейеклеге яҡынса 1 м булған — 20, бейеклеге 8—11 м һәм диам. яҡынса 2,2 м булған 17 боҙ сталагмиты урынлашҡан. Т‑раһы –4°С. 1924 й. алып боҙ япмаһы (5—6 тапҡырға) һәм сталагмиттар һанының (8 булған) артыуы теркәлә. Тикшеренеүселәрҙең фекере б‑са, быға Олотау һыртының кәртә булып тороуы арҡаһында яуым-төшөмдөң күп яуыуы; дымды еңел үткәреүсе карст тоҡомдары; тау үҙәндәрендә һыуынған һауа ағымдары; ауыҙының төньяҡҡа ҡарауы һәм инеү урынының балсыҡлы тултырғыс м‑н ваҡ ташлы делювий ҡатламынан торған йылы үткәрмәүсе япмаһы; тупраҡ т‑раһын түбәнәйтеүсе ҡуйы урман һ.б. булышлыҡ итә.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019