Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АСЫЛЫКҮЛ, Дим й. басс. күл

Просмотров: 1144

АСЫЛЫКҮЛ, Айыркүл, Ерупҡан, Ербатҡан, Ҡаратабынкүл, Дим й. басс. күл, БР‑ҙа иң ҙуры. Бөгөлмәәләбәй ҡалҡыулығының төньяҡ-көнсығышында Олотау, Тубылғаҡ, Оло һәм Бәләкәй Ҡарағас түбәләре һәм Ташлытау һырты армыттары араһында, Дәүләкән ҡ. төньяҡ-көнбайышҡа табан 27 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 23,5 км2, оҙонлоғо 7,1 км, уртаса киңлеге 3,3 км, уртаса тәрәнлеге 5,1 м (макс. — 8,1 м), һыу күләме 119 млн м3; һыу йыйыу майҙаны 106 км2. Карст күле, өҫкө пермдең көңгөр ярусы һәм өфө ярусы тоҡомдарында (алевролит, ҡомташ, мергель, аргиллит, доломит, ҡомло балсыҡ, балсыҡ) барлыҡҡа килгән, соҡоро һуҙылған. Ағар күл, һыу күләме юғары булғанда А. Асылы-Өйҙөрәк шишмәһе (Дим й. ҡушылдығы) ағып сыға, яҙын Шарлама шишмәһе ҡоя. Һыу кимәленең күп йыллыҡ тирбәлеүе — 1,5 м. Яуым-төшөм, ер аҫты һәм ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Һыуы сөсө, сульфатлы-натрийлы. Күл эвтрофлы. Төньяҡ-көнбайыш ярҙары һыу кимәленән 5—25 м күтәрелгән, һөҙәк; көньяҡ-көнбайышы — 210—370 м, текә, үҙләштерелгән, эрозияға бирешеүсән. Ландшафы типсәк-ҡылғанлы далаларҙан һәм татырлы болондарҙан тора, йүкә, имән, ҡайын урмандары осрай. Яр буйҙарында күл ҡуһаһы, ябай ҡамыш, яҫыяпраҡ екән һ.б. үҫә. Алабуға, карп, ҡарабалыҡ, сабаҡ, суртан, этеш, аҡсарлаҡ, аласабыр, этала ҡаҙ һ.б. йәшәй. Риүәйәт б‑са, А. урынында ҡасандыр Ташлытау ҡалҡып торған, көслө йәшен ваҡытында ул убылып төшкән һәм шул упҡан соҡор урынында күл барлыҡҡа килгән. Һыуҙан ҙур яҫы таш сығып тора, уны Һыуһылыу ташы тип йөрөтәләр (ҡара: “Заятүләк менән Һыуһылыу”).

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.07.2023