Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АТАУҘЫ, күл

Просмотров: 930

АТАУҘЫ, Оло Ҡыҙыл й. басс. күл. Әбйәлил р‑ны Ишҡол а. көнсығышҡа табан 6,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 8,3 км2, оҙонлоғо 4 км, уртаса киңлеге 2,1 км, уртаса тәрәнлеге 3,4 м (макс. — 6,5 м), һыу күләме 28,6 млн м3; һыу йыйыу майҙаны 69,8 км2. Тектоник күл, урта девон тоҡомдарында (андезит-базальт порфириты, базальт, туффит, ҡомташ һәм балсыҡлы һәүерташ) барлыҡҡа килгән, соҡоро табаҡ һымаҡ; төбө ялпаҡ, ҡомло‑ләмле. Тымыҡ, Үҙәк шишмәһе ҡоя. Һыу кимәленең күп йыллыҡ тирбәлеүе — 2,8 м. Яуым‑төшөм, ер аҫты һыуҙары м‑н туйына. Һыуы тоҙлораҡ, гидрокарбонат-натрийлы. Күл эвтрофлы, яртылаш ҡороған. Төньяҡ һәм көньяҡ ярҙары һөҙәк, көнбайыш яры текә, үҫемлектәре юҡ. Күлдең көнбайыш һәм көньяҡ ярҙары — тәбиғәт ҡомартҡыһы (1997). Ландшафы көтөүлек дигрессияһы стадияһында булған даланан тора. Яр буйы астрагал, дала тимофеевкаһы, дала шалфейы, ҙур сүлборос, ер өҫтө ҡолонғойроғо, исәт сипылдағы, кейәү үләне, ҡылған, ураҡ һымаҡ люцерна, һары биҙгәксән, әрем һ.б. м‑н ҡапланған. Ажау, аҡсабаҡ, алабуға, борош, ҡарабалыҡ, ҡорбан, ҡыҙылғанат, опто, сабаҡ, суртан, сәгер балыҡ, табан балыҡ, ҡаҙҙар, өйрәктәр һ.б. йәшәй. Исеме “утраулы” һүҙенән алынған.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. З.Б.Латипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.03.2024