Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГЕОГРАФИК АТЛАС

Просмотров: 869

ГЕОГРАФИК АТЛАС, альбом йәки китап рәүешендә эшләнгән һәм билдәле системаға һалынған географик карталар йыйынтығы. Г.а. төрҙәре: терр‑ялар б‑са — донъя, ҡитғалар, илдәр һ.б. атластары; йөкмәткеһе б‑са — дөйөм геогр., тематик, комплекслы; тәғәйенләнеше б‑са — уҡыу, фәнни-белешмә, туристик, юл һ.б. атластар. Иҙрисиҙең “торама өлкәләр” карталары (1154 й. төҙөлгән) Башҡортостан һәм уның терр‑яһындағы геогр. объекттарҙы сағылдырған иң тәүге карталар йыйынтығы иҫәпләнә. А.Крескестың 8 картанан торған Каталония донъя атласы (1375—77) — йылғалар буйындағы терр‑яларҙың геогр. тасуирламаһын яҡтыртҡан атластарҙың береһе. Карталарға Волга й. индерелгән, Кама й. буйындағы башҡ. тораҡтары күрһәтелгән. 16—17 бб. сыҡҡан Көнбайыш Европа атластарында Башҡортостан “Башҡорттар”, “Башҡорт урҙаһы”, “Башҡортостан, йәғни башҡорттар иле” исемдәре м‑н бирелгән, ҡайһы бер геогр. объекттар һәм гидрографик селтәр аныҡ сағылдырылған. М.Вальдзеемюллерҙың (1516) 12 картанан һәм А.Ортелияның (1570) 70 картанан торған “Донъя театры” (“Театр Мира”) атластарында, П.Планкиустың 18 битле донъя картаһында (1592), ҡулъяҙма француз атласының “Себер һәм Оло Тартарияның генераль картаһы”нда (“Генеральная карта Сибири и Большой Тартарии”), Г.Меркаторҙың (1595; 107 картанан тора), К.Лоттерҙың (1770) һ.б. атластарҙа Урал тауҙары (ҡайһы берҙәрендә — Төньяҡ һәм Көньяҡ Урал), Ағиҙел, Кама, Таналыҡ, Тубыл, Урал, Һаҡмар, Һамар, Ырғыҙ, Әй һ.б. йылғалар күрһәтелгән.

17 б. аҙ. — 18 б. башында, терр‑яларҙы системалы геогр. тикшеренеүҙәргә бәйле, Рәсәйҙең айырым төбәктәре һәм киң райондарының һыҙмалары, карталары барлыҡҡа килә. Шуларҙың береһе булып тәүге Рәсәй атласы — С.У.Ремезовтың 23 картанан торған “Себер һыҙма китабы” (“Чертёжная книга Сибири”; 1699—1701) тора. 1734 й. И.К.Кириловтың 37 картанан торған “Бөтә Рәсәй империяһы атласы” (“Атлас Всероссийской Империи”) баҫыла. 1744 й. Ырымбур экспедицияһының (1734—44) геогр. бүлеге 1 ген. һәм 11 шәхси картанан торған “Ырымбур губернаһы атласы”н (“Атлас Оренбургской губернии”) төҙөй. Карталар төньяҡ киңлектең 39° алып 59° тиклем һәм көнсығыш оҙонлоҡтоң 48° алып 67° тиклем ятҡан терр‑яһын күрһәтә.

И.Красильниковтың “Ырымбур губернаһы һәм уның менән сиктәш урындарҙы сағылдырған географик ландкарталар һәм һыҙмалар”ы (“Ландкарты или чертежи географические, на которых представляется Оренбургская губерния с смежными к ней местами”; 1755) беренсе төбәк атласы һанала. Уралда тау сәнәғәте үҫешенә бәйле, “Заводтар атласы” (“Заводской атлас”; 1777) төҙөлә, уға дөйөм һәм ҡайһы бер заводтарҙың тирә-яғы күрһәтелгән карталар ингән.

50‑се йй. аҙағынан респ., крайҙарҙың һәм өлкәләрҙең комплекслы фәнни-белешмә атластарын төҙөү эше яңынан башлана. 1976 й. “Башҡорт АССР‑ы атласы” (“Атлас Башкирской АССР”), 1992 й. “Башҡортостан Республикаһы атласы” (“Атлас Республики Башкортостан”), 1999 й. «“Башҡортостан Республикаһы” дөйөм географик төбәк атласы» («Общегеографический региональный атлас “Республика Башкортостан”»), 2001 й. башланғыс класс уҡыусылары өсөн “Башҡортостан Республикаһы атласы” (“Атлас Республики Башкортостан”; 2003 й. — башҡ. телендә), 2004 й. «“Башҡортостан Республикаһы. Өфө” автомобиль атласы» («Автомобильный атлас “Республика Башкортостан. Уфа”»), 2005 й. “Башҡортостан Республикаһы атласы” (“Атлас Республики Башкортостан”), 2007 й. “Башҡортостан Республикаһының тарихи-мәҙәни энциклопедик атласы” (“Историко-культурный энциклопедический атлас Республики Башкортостан”) донъя күрә.

А.В.Псәнчин, М.Ф.Хисмәтов

Тәрж. И.М.Япаров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019