Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АТМОСФЕРА ЦИРКУЛЯЦИЯҺЫ

Просмотров: 843

АТМОСФЕРА ЦИРКУЛЯЦИЯҺЫ, Ер өҫтөндә һауа әйләнеше. Дөйөм (атмосферала ҙур масштаблы һауа ағымдары йыйылмаһы) һәм урындағы (бриздар, тау-үҙән елдәре һ.б.) А.ц. айыралар. А.ц. Ер өҫтөндә геогр. киңлеккә бәйле, Ҡояш радиацияһы ағымының тигеҙһеҙ бүленеше арҡаһында барлыҡҡа килә. Иң тотороҡло зона һауа ағымдары булып пассаттар һанала. Уртаса һәм юғары киңлектәрҙә һауаның зона күсеүе боҙолоуы күсмә циклондар һәм антициклондар барлыҡҡа килеү м‑н аңлатыла. Ҡышын материктар өҫтөндә көслө антициклондар (Азия һәм Канада антициклондары) була, океандар өҫтөндә йыл әйләнәһенә киң тәрән циклондар (Төньяҡ Атлантик һәм Төньяҡ Тымыҡ океан циклондары) һаҡлана. Башҡортостан иң юғары антициклонлыҡ (Азия һәм Азор максимумы) һәм юғары циклонлыҡ (Төньяҡ Атлантик минимумы) райондары араһында аралаш урынды биләй, шуға күрә циркуляция процесы режимы ҙур үҙгәреүсәнлек м‑н характерлана, ул һауа шарттарының киҫкен һәм ҙур үҙгәрештәренә килтерә.

Ф.Ш.Килмәтова

Тәрж. З.Б.Латипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019