Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘҮЕШКҮЛ

Просмотров: 726

ӘҮЕШКҮЛ, Уй й. басс. күл. Учалы р‑ны Иҫке Байрамғол а. көньяҡҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны — 2,24 км2, оҙонлоғо—2,05 км, киңлеге — 1,4 км, уртаса тәрәнлеге — 1,85 м, һыу күләме — 4,14 млн м3; һыу йыйыу майҙаны — 7,54 км2. Тектоник күл, силур һәм девон тоҡомдарында (серпентиниттар, ҡомташтар, балсыҡтар) барлыҡҡа килгән; соҡоро табаҡ һымаҡ; төбө һөҙәк, ләмле һәм ҡомло ултырмалар м‑н ҡапланған. Тымыҡ күл, көньяҡ‑көнбайыш яры буйлап Шарҙатма й. аға. Яуым‑төшөм м‑н туйына. Күл эвтрофлы, туңмай. Ярҙары һөҙәк. Ландшафы Башҡортостандың Урал аръяғындағы ташлы даланан ғибәрәт, ҡалҡыу участкаларҙа ҡайын урмандары осрай. Яр буйы таръяпраҡ екән, ябай ҡамыш м‑н ҡапланған. Алабуға, карп, ҡара балыҡ, ҡорбан, сабаҡ, суртан, табан балыҡ, ҡор, һоро торна, һуна өйрәк һ.б. йәшәй. Күлдең көньяҡ‑көнбайыш өлөшө һаҙланған (майҙаны 1,5 км2).

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019