Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АНАРХИСТАР

Просмотров: 759

АНАРХИСТАР (гр. anarchia — власһыҙлыҡ), дәүләтте һәм хосуси милекте юҡ итеү, ижт. продукт етештереүсе һәм уны үҙ ағзалары араһында һәр береһенең башҡарған эше күләменә ярашлы бүлеп биреүсе ирекле хеҙмәтсәндәр ассоциациялары йәки коммуналар федерациялары төҙөү өсөн сығыш яһаусы ижт.‑сәйәси ағым яҡлылар. Рәсәйҙә А. төркөмдәре 19 б. 40‑сы — 20 б. 20‑се йй. була. А. эшмәкәрлеге эҙәрлекләнә.

А. 20 б. башында Бөрө, Стәрлетамаҡ ҡҡ. һәм Өфө өйәҙенең Минйәр Заводы а. барлыҡҡа килә. Революция (1905—07) барышында Өфө губернаһына Киев, Һамар һ.б. ҡалаларҙан А. хәрби “сапҡын” отрядтары килә. 1906 й. А.‑коммунистарҙың Өфө хәрби ойошмаһы ағзалары Өфөләге Вольмут з‑ды һәм Өфө өйәҙенең Благовещен Заводы а. почта бүлексәһе аҡсаларын талай, 1908—09 йй. Өфө т. юл ст. нач., полиция агентын һәм Өфө төрмәһе йәлләтен үлтерә. 1907 й. дек. һәм 1910 й. майында ҡулға алыуҙар һөҙөмтәһендә ойошма эшмәкәрлеге туҡтатыла.

Революция (1917) барышында А.‑коммунистар үҙ эшмәкәрлеген яңынан тергеҙә. А. “Талап алынғанды тала!” лозунгыһы аҫтында Бәләбәй (1917 й. майы) һәм Өфө (июнь һәм сент.) ҡҡ. шарап складтарына, аҙыҡ‑түлек магазиндарына ҡораллы һөжүмдәр яһай. 1917—18 йй. А. Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советында була; 1920 й. улар Революцион коммунизм партияһы м‑н берлектә эшсе һәм крәҫтиән депутаттары советына һайлауҙарҙа ҡатнаша. 1925 й. Өфө кантонының Топорнин а. А. һуңғы төркөмө юҡ ителә.

Әҙәб.: Кийков А.А. Из былого Урала. Уфа, 1923.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019