Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАҘЫ, йылға

Просмотров: 1805

БАҘЫ, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Шаран р‑ны Михайловка а. көнсығышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта башлана. Көньяҡтан төньяҡҡа табан Шаран, Саҡмағош, Илеш, Дүртөйлө р‑ндары буйлап аға һәм Ағиҙел й. (тамағынан 110 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 123 км, басс. майҙаны 1590 км2, дөйөм түбәнәйеүе 150 м. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йыллыҡ аҡманың 65%‑ы яҙғы (апр.—май), 20%‑ы йәйге-көҙгө (июнь—окт.), 15%‑ы ҡышҡы (нояб.—март) осорҙарға тура килә. Илеш р‑ны Рсай а. эргәһендә уртаса йыллыҡ һыу сығымы 2,5 м3/с тәшкил итә. Басс. Бөгөлмәәләбәй ҡалҡыулығының төньяғында һәм өҫкө пермдең өфө ярусы һәм ҡазан ярусының алевролиттары, ҡомташтары, эзбизташтары, доломиттары, мергелдәре һәм аргиллиттарынан торған Кама‑Ағиҙел тигеҙһеҙ уйһыулығында урынлашҡан. Ландшафтары йыуылған ҡара тупраҡтағы урманлы даланан тора, көнбайыш өлөшөндә һоро урман тупрағында киң япраҡлы урмандар осрай. Басс. 8%‑ын урман ҡаплаған, 65%‑ы һөрөлгән. Иң ҙур ҡушылдығы — Кеүәш (һул).

В.А.Балков

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019