Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАҘАЛ, һырт

Просмотров: 1336

БАҘАЛ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Бөрйән р‑нында Аҡбейек тауы (888 м) итәгенән Ағиҙел й. киңлек ағымына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 25 км; төньяҡ киңлеге 4 км, үҙәк өлөшө 5 км, көньяҡ өлөшө 7 км; абс. бейеклеге 878 м. Һыртта 5 түбә айырылып тора (бейеклектәре 708, 868, 878, 473, 807 м). Б. асимметриялы битләүҙәр м‑н билдәләнә: көнбайыш битләүҙәре һөҙәк, уйһыулыҡтар һирәк; көнсығышы текә, уйһыулыҡтар һәм соҡорҙар күп. Урта рифейҙың егәлгә һәм әүжән свиталарының кварцитлы ҡомташтары, конгломераттары, эзбизташтары һәм доломиттарынан ғибәрәт. Карст үҫешкән, Алағуян й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) ҡушылдыҡтарының үрге ағымы ер аҫты аҡмаһы м‑н билдәләнә. Ландшафтары серемтәле-карбонатлы һәм һоро урман тупраҡтарындағы имән, йүкә, ҡарағай урмандарынан тора. Исеме, фаразланыуынса, боронғо төрки телендә “урман йыуаһы” тигәнде аңлата.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019