Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЛЫҠСЫ

Просмотров: 1202

БАЛЫҠСЫ, башҡ. ҡәбиләһе. Тамғалары: . Этник яҡтан Алтай һәм Көньяҡ Себер төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Балыҡсы” этнонимы ҡаҙаҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа, тываларҙа, төркмәндәрҙә билдәле. 12—14 бб. ҡатай ҡәбиләләре м‑н берлектә Урал алдына, Ыҡ (Кама й. ҡушылдығы) һәм Урал йй. буйҙарына күсенәләр. Артабан төньяҡҡа йүнәләләр һәм Өфө й. уң яры буйлап Сарыс һәм Төй йй. үҙәненә танып, ун ҡәбиләләренә күрше төпләнәләр. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң уларҙың аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Себер даруғаһының Балыҡсы улусына ҡараған. 18—19 бб. аҙ. Б. йәшәгән терр‑я — Бөрө өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 5‑се (артабан 10‑сы, 11‑се) башҡ. кантонына (1798—1854 йй.) ингән. Хәҙ. ҡәбилә таралған ерҙәр БР‑ҙың Асҡын, Ҡариҙел р‑ндарына һәм ТР‑ҙың Апас р‑нына ҡарай.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019