Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШ АЛАТАУ, Башҡорт Алатауы

Просмотров: 925

БАШ АЛАТАУ, Башҡорт Алатауы, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Мәләүез һәм Ишембай р‑ндарында Нөгөш һыуһаҡлағысының уң яры буйлап субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 10 км, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 3 км, көньяҡ өлөшөнөкө 6 км тиклем, абс. бейеклеге 540 м (Ҡыҙылташ тауы). Рельефында 4 форма асыҡ айырыла: беренсеһе — Үсҡаныш й. (Нөгөш й. ҡушылдығы) үҙәненә төшөүсе, өҫкө өлөштәрендә текә һәм итәктәрендә һөҙәк булған ныҡ соҡорло көнбайыш битләүҙәре. Рельефтың тигеҙлектән тау формаларына күсеүе күҙәтелә; икенсеһе — һыуһаҡлағысҡа төшөүсе ныҡ йырғыланған көнсығыш битләүҙәре; өсөнсөһө — һырттың сусаҡ формалы 2 түбәһе булған һөҙәк убалы‑түбәле киң өҫкө өлөшө; дүртенсеһе — ваҡ йылға үҙәндәре м‑н йырғыланған һөҙәк битләүле яйла һымаҡ төньяҡ өлөшө. Карст үҫешкән: упҡындар, “таш ҡапҡалар”, эзбизташтан торған текә стеналы тарлауыҡтар, мәмерйәләр, ярлауҙар. Карбон һәм пермь эзбизташтары, доломиттары, ҡомташтары, алевролиттары һәм аргиллиттарынан тора. Һөҙәк итәктәрен һәм тәпәш түбәләрен ҡараһыу һоро урман тупрағындағы ҡарағай ҡатыш йүкә һәм йыланан торған ҡатнаш урмандар биләй. Көньяҡ өлөшөндә имән һәм ҡайын-ҡарағай урмандары үҫә, селек ҡатыш мезофиттан торған урман аҡландары хас. Түбәләрендә тау‑болонло урман-дала комплекстары формалашҡан, казак артышы осрай. Б.А. көнсығыш битләүҙәрендә Башҡортостан милли паркы урынлашҡан.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019