БАШЕНИНА Нина Викторовна
БАШЕНИНА Нина Викторовна (29.4.1913, Санкт‑Петербург ҡ. — 29.9.1994, Мәскәү ҡ.), географ, геоморфолог. География фәндәре докторы (1967), профессор (1982). МДУ‑ны тамамлаған (1937). 1939 й. алып Көньяҡ Урал янында һоро күмер ятҡылыҡтарын эҙләү буйынса Башҡортостан геология идаралығының геоморфология отряды начальнигы. 1945—87 йй. МДУ‑ла эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре теоретик һәм төбәк геоморфология проблемаларына, Ер өҫтө картаһын төҙөүгә һәм рельефтың геологик төҙөлөш менән бәйләнешен өйрәнеүгә арналған. 30—40‑сы йй. Б. етәкселегендә экспедиция БАССР‑ҙың Һамар—Златоуст тимер юлынан көньяҡҡа табан территорияһын тикшерә; рельеф үҫешен тасуирлай, уның уртаса ҡалҡыу, күлле‑ваҡ таулы, убалы тигеҙлек, таулы, теҙмәле‑ваҡ таулы һәм тигеҙләнгән һыртлы төрҙәрен айырып күрһәтә. Европа (1976) һәм донъя (1988) геоморфологик карталарын, йыһан шифрын сисеү атласын (1977) төҙөүсе.
Х е ҙ м.: Происхождение рельефа Южного Урала. М., 1948; Формирование современного рельефа земной поверхности (общая геоморфология). М., 1967.
А.П.Рождественский
Тәрж. Э.М.Юлбарисов