Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАРТОЛЬД Василий Владимирович

Просмотров: 1147

БАРТОЛЬД Василий Владимирович (3.11.1869, С.‑Петербург — 19.8.1930, Ленинград), тарихсы, шәрҡиәтсе. С.‑Петербург (1913) һәм Рәсәй (1917) ФА, СССР ФА (1925) академигы. Шәреҡ тарихы д‑ры (1900), проф. (1901). С.‑Петербург ун‑тын тамамлаған (1891), 1892 й. алып шунда уҡ эшләй, бер үк ваҡытта 1919 й. башлап Матди мәҙәниәт тарихы дәүләт акад. рәйесе урынбаҫары, 1920—28 йй. Ленинград көнсығыш ин‑ты проф., 1921 й. алып Сәнғәт тарихы дәүләт ин‑ты ғилми хеҙм‑ре, 20‑се йй. уртаһында Будда мәҙәниәте ин‑ты хеҙм‑ре, 1925 й. сент.—нояб. — Азия музейы, 1928 й. башлап СССР ФА эргәһендәге Төрөк ғилеме кабинеты (бөтәһе лә — Ленинград) директоры. Фәнни тикшеренеүҙәре Урта һәм Үҙәк Азия, Алыҫ Көнсығыш, Көнсығыш Европа һәм Кавказ халыҡтарын һәм дәүләттәрен, Көнсығыш һәм Көнбайыш мәҙәниәттәренең үҙ‑ара йоғонтоһон, шәрҡиәт һәм ислам тарихын, археология, тарихи география, сығанаҡтар өйрәнеү, нумизматика, эпиграфика һәм этнографияны өйрәнеүгә арналған. Тәүге тапҡыр “Ислам энциклопедияһы” (1913; нем. телендә) китабында баҫылған “Баджгирд” мәҡ. “башҡорт” этнонимы (ҡара: Башҡорт), башҡорттар, башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.), башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте, Башҡортостандағы ер сәйәсәте т‑да мәғлүмәттәр бирә. Көньяҡ Урал, Себер һәм Үҙәк Азия буйлап фәнни сәфәр барышында 1913 й. майында Ырымбурҙа, Өфөлә, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Стәрлебаш а. була. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 1894 й. алып Рус археология йәмғиәте ағзаһы, 1905—13 йй. — секретары, 1918—22 йй. уның Көнсығыш бүлексәһе идарасыһы, 1903 й. башлап Урта һәм Көнсығыш Азияны өйрәнеү рус ком‑ты секретары, 1921—30 йй. Азия музейы эргәһендәге Шәрҡиәтселәр коллегияһы рәйесе. 1908—12 йй. “Император Рус археология йәмғиәтенең Көнсығыш бүлексәһе яҙмалары” (“Записки Восточного отделения Императорского Русского археологического общества”), 1912—13 йй. “Мир ислама” (“Ислам донъяһы”) ж., 1917 й. “Мусульманский мир” (“Мосолман донъяһы”) ж., 1925—30 йй. “Шәрҡиәтселәр коллегияһы яҙмалары” (“Записки Коллегии востоковедов”) һәм СССР ФА‑ның башҡа баҫмалары мөхәррире. Ә.Ә.Вәлидовтың бер нисә хеҙмәтен баҫтырып сығарыуға булышлыҡ күрһәтә, уның м‑н фәнни темаларға хат алыша. Рус археология йәмғиәтенең Ҙур алтын миҙалы м‑н бүләкләнгән (1913).

Хеҙм.: Сочинения: в 9 т. М., 1963—1977.

Әҙәб.: Умняков И.И. Аннотированная библиография трудов академика В.В.Бартольда. М., 1976; Лунин Б.В. Жизнь и деятельность академика В.В.Бартольда. Ташкент, 1981.

И.В.Кучумов, Ә.Ғәлихов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019