Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШТИН, һырт

Просмотров: 910

БАШТИН, Биштин, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ишембай һәм Белорет р‑ндарында Нөгөш й. уң ярында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 12 км, көньяҡ өлөшөнөң киңлеге 3 км, төньяҡ өлөшөнөң — 4 км; абс. бейеклеге 889 м. Асыҡ күренгән 2 өлөштән тора. Көньяҡ өлөшө 705 м һәм 730 м бейеклектәге түбәләрҙән ғибәрәт, көнбайыш һәм көнсығыш битләүҙәренең түбәнге өлөшө һөҙәк, үрге өлөшө текә; 670 м бейеклектә яҫы түбә араһы уйпатлығы бар. 740—889 м бейеклектәге 5 түбәле төньяҡ өлөшө тәрән уйһыулыҡтар һәм соҡорҙар м‑н ныҡ йырғыланған, карст упҡындары бар. Көнбайыш битләүҙәре текә һәм ҡыҫҡа, итәгендә киртләс һымаҡ тигеҙләнгән йөҙҙәр урынлашҡан; көнсығыш битләүҙәре (2—2,5 км оҙонлоҡта) Ҡоҙаш й. (Ағиҙел й. басс.) табан ҡапыл өҙөлә. Өҫкө рифейҙың елмәрҙәк свитаһының кварцитҡа оҡшаш ҡомташтары, алевролиттары һәм һәүерташтарынан тора. Б. Нөгөш й. ҡушылдыҡтары башлана, уларға үрге ағымда ер аҫты аҡмаһы хас (Оло һәм Кесе Ҡоҙаш йй. һ.б.). Ландшафтары аҡһыл һәм ҡараһыу һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы имән, йүкә, йыла урмандарынан һәм ҡайын-уҫаҡ урмандарынан тора, көньяҡ битләүҙәрҙең күп өлөшөн тау болондары һәм болонло далалар биләй.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019