Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҒИҘЕЛ, йылға

Просмотров: 4794

АҒИҘЕЛ, Кама й. һул ҡушылдығы, БР‑ҙың иң ҙур йылғаһы. Учалы районы Яңы Хөсәйен а. 4 км алыҫлыҡта Әүәләк һыртының көнсығыш итәгендә башлана. Учалы, Белорет, Бөрйән, Мәләүез, Күгәрсен (сиге буйлап), Көйөргәҙе (сиге буйлап), Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ғафури, Ауырғазы (сиге буйлап), Ҡырмыҫҡалы, Архангел (сиге буйлап), Иглин (сиге буйлап), Өфө, Благовещен, Кушнаренко, Бөрө, Дүртөйлө, Борай, Илеш һәм Краснокама райондары буйлап аға һәм Кама й. (тамағынан 177 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 1430 км, бассейн майҙаны 142 мең км2, дөйөм түбәнәйеүе 702 м. Башлыса ҡар һыуы менән туйына. Стәрлетамаҡ ҡ. эргәһендә йыллыҡ аҡманың 79%‑ы яҙғы (апрель—июнь), 16%‑ы йәйге‑көҙгө (июль—ноябрь), 5%‑ы ҡышҡы (декабрь—март) осорҙарға тура килә. Өфө ҡ. эргәһендә яҙғы аҡма 65%‑ҡа тиклем түбәнәйә, йәйге-көҙгө — 24%‑ҡа, ҡышҡы — 11%‑ҡа тиклем арта (гидрометеорологик шарттар, Өфө й. һәм уның ҡушылдыҡтарындағы һыуһаҡлағыстарҙың йоғонтоһо менән бәйле). Уртаса йыллыҡ һыу сығымы 3/с): Арский ташы ял йорто эргәһендә — 15, Стәрлетамаҡ ҡ. эргәһендә — 126, Эҫем й. тамағынан түбәнерәк — 345, Өфө ҡ. эргәһендә — 750, тамағында — 920.

  Физик‑географик шарттар үҙенсәлеге буйынса бассейн таулы (башынан Мәләүез ҡ. тиклем), таулы‑тау алды (Өфө ҡ. тиклем) һәм тигеҙ (тамағына тиклем) өлөштәргә бүленә. Таулы өлөшө Уралтау, Ҡыраҡа, Баштау, Юрматау һ.б. һырттарҙан ғибәрәт, урта, өҫкө рифей һәм палеозойҙың кварцитлы ҡомташ, башҡа ҡомташ, алевролит, доломит, эзбизташ, һәүерташ, ультраһелтеле һәм һелтеле тоҡомдарынан тора. Асыҡ ылыҫлы һәм киң япраҡлы урмандарҙа һоро тау-урман тупрағы киң таралған. Йылға үрге ағымда һаҙланған түбән үҙәндән көньяҡ-көнбайыш йүнәлештә аға. Белорет районы Тирлән а. түбәнерәк үҙән ҡапыл тарая, айырым урындарҙа ярҙары текә, ҡушылдыҡтарҙың үҙәне менән йырғыланған, урман менән ҡапланған. Белорет ҡ. алып Ҡана й. тамағына тиклем А. үҙәне Йылайыр синклинорийының көнбайыш ҡанатын киҫеп үтә. Түбәнерәк, Мәләүез районы Һыртлан а. тиклем, йылға 200—500 м киңлектәге текә ярлы, ҡайһы берҙә 150—200 м бейеклектәге текә ҡаялы тәрән үҙәндән аға. Ярҙары карстлы ҡалын эзбизташ ҡатламдарынан тора (ҡоро үҙәндәр, 100‑ҙән ашыу мәмерйә, ш. иҫ. Шүлгәнташ). Таулы‑тау алды өлөшөндә (Мәләүез ҡ. алып) А. йүнәлешен төньяҡҡа табан үҙгәртә, һул яры урман-дала һәм дала комплекстарынан, уң яры тәпәш һырттарҙа ҡатнаш урмандарҙан ғибәрәт. Өфө й. тамағынан түбәнерәк А. типик тигеҙлек йылғаһы булып тора. Киң һыубаҫар туғайҙан ағып (урыны менән 16 км тиклем), бөгөлләнә һәм тармаҡтарға айырыла. Түбәнге ағымда территорияның 5—10%‑ын урман ҡаплаған. Уртаса ауышлыҡ: башында 2,6‰, урта ағымда 1,0‰, түбәнге ағымында 0,4‰. Уртаса йыллыҡ һыу ҡулланыу яҡынса 66,0 м3/с (йыллыҡ аҡманың 7,0%‑ы) тәшкил итә. Кире ҡайтмаҫ юғалтыуҙар — 24,6 м3/ с (йыллыҡ аҡманың 2,7%‑ы), юғалтыуҙарҙың 73,0%‑ы һуғарыуға китә. А. башынан алып Өфө ҡ. тиклем судоходство өсөн яраҡлы (ҡара: Йылға транспорты). Йылғала Белорет һыуһаҡлағысы, Йомағужа һыуһаҡлағысы төҙөлгән. А. буйында Белорет, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Благовещен, Бөрө, Дүртөйлө, Ағиҙел ҡҡ. урынлашҡан. Ҡушылдыҡтары: уң — Оло Әүжән, Нөгөш, Һәләүек, Егән, Тоҙйылға, Еҙем, Эҫем, Өфө, Бөрө, Тере Танып һ.б.; һул — Ҡағы, Үҙән, Ҡана, Ашҡаҙар, Ҡуғанаҡ, Өршәк, Дим, Ҡармасан, Сәрмәсән, Яубазы, Кеүәш, Баҙы, Сөн һ.б.

В.А.Балков

Тәрж. З.Б.Латипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.01.2023