Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҠКҮЛ, күл

Просмотров: 1071

АҠКҮЛ, Ағиҙел й. басс. күл, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ғафури р‑ны Аҡкүл станцияһы а. төньяҡ-көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта Аҡкүл заказнигында урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 8,8 км2, оҙонлоғо 6,2 км, киңлеге 1,4 км, уртаса тәрәнлеге 3,9 м (макс. — 11 м), һыу күләме 34,5 млн м3. Иҫке үҙән, дүртенсел осор тоҡомдарында (балсыҡ, ҡом һәм ҡомло балсыҡ) барлыҡҡа килгән, соҡоро һуҙылған. Ағар күл, Ҡарамалы йылғаһы ҡоя. Һыу кимәленең күп йыллыҡ тирбәлеүе — 3,8 м. Яуым-төшөм, ер аҫты һәм ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Күл мезотрофлы. Көнсығыш яр буйы Ағиҙел й. ҡомло һыу инеү урындары булған һыубаҫар туғайы һәм 1‑се туғай өҫтө киртләсенән, көнбайышы — йырындар м‑н телгеләнгән 1‑се һәм 2‑се туғай өҫтө киртләстәренән тора. Ландшафтары һыубаҫар туғай урмандары (балан, ерек, ҡайын, ҡарама, муйыл, тал, уҫаҡ) һәм болондарынан ғибәрәт. Яр буйында ер‑һыу ҡарабойҙайы, зәһәр лютик, күрән, ҡырҡбыуын, уҡъяпраҡ һ.б. үҫә. Йәйен, карп, ҡорман, опто, табан балыҡ, һаҙан, һыла, аҡсарлаҡ, ҡуҡый, сүрәгәй өйрәк, һуна өйрәк һ.б. йәшәй.

Ә.М.Гәрәев, Ф.Әәҡсүтов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019