Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИШБҮЛӘК ЗАКАЗНИГЫ

Просмотров: 1207

БИШБҮЛӘК ЗАКАЗНИГЫ. 1989 й. һыуыр һәм башҡа һунар йәнлектәре популяцияһын тергеҙеү маҡсатында зоол. заказник булараҡ ойошторола. Бишбүләк р‑ны Михайловка а. көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында урынлашҡан. Сиктәре: төньяҡта һәм көнсығышта — Бишбүләк р‑нының адм. сиктәре, көньяҡта һәм көнбайышта — Мәнәүез й. уң яры. Майҙаны 14,5 мең га, терр‑яның 29,2%‑ын урман ҡаплаған. Рельефы яйла һымаҡ, тәрән уйылған йылға үҙәндәре м‑н. Имән, йүкә, йыла, сағандан торған киң япраҡлы урмандар таралған. Битләүҙәрҙә ташлы далалар осрай. Терр‑яһында үҫемлектәрҙең БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре үҫә: ҡаурый ҡылған, шырт төклө еҙүлән, эре сәскәле тәңкәғуҙаҡ һ.б. Аҡ ҡуян, америка шәшкеһе, бурһыҡ, бүре, дала көҙәне, ҡабан, ҡыҙыл төлкө, мышы, себер ҡоралайы, үр ҡуяны, һуҡыр сысҡан, һыуһар, ала күгәрсен, бөркөт, ҡыҙыл башлы сумғалаҡ, һоро өйрәк, һуна өйрәк һ.б. йәшәй. Заказникта БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡама, һыуыр, ялман, һоро ағуна, өкө, орсоҡ йылан, европа бәрҙеһе, йылға бағыры һ.б. осрай.

Ф.Ф.Абдуллин, Л.А.Едрёнкина

Тәрж. З.Б.Латыпова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019