Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИЛГЕЛӘР

Просмотров: 1136

БИЛГЕЛӘР, төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2011). Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегенең төньяҡ өлөшөндә, Нуриман р‑ны Нимесләр а. көнбайышҡа табан 1,8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны 28 га. Шул уҡ исемле карстлы күл һәм һаҙлыҡты үҙ эсенә алған комплекстан тора. Күл дөрөҫ булмаған груша формаһында, тымыҡ. Ҡатнаш, күбеһенсә ер аҫты һәм атмосфера һыуҙары м‑н туйына. Тирә-яғындағы ландшафтар бөтөрөлгән киң япраҡлы урмандар урынындағы ауыл хужалығы ерҙәренән тора. Яр буйҙарын таллы (аҡ тал), ҡара ерекле (ҡара ерек, шыма ҡарама), күрәнле-мүкле-ҡайынлы (тәлгәш ҡайын), күрәнле-үләнле һ.б. һаҙлыҡтар, һирәгерәк болондар биләй. Үҫемлектәрҙең БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре үҫә: себер һыу сәтләүеге, һаҙ мунсағы, аҡ күрәнүлән. Күл БР‑ҙа бәләкәй диңгеҙ наядаһы үҫкән берҙән-бер урын булып тора. Һоро торна йәшәй.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019