Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӨРӨ МИНЕРАЛЬ ҺЫУ СЫҒАНАҠТАРЫ

Просмотров: 940

БӨРӨ МИНЕРАЛЬ ҺЫУ СЫҒАНАҠТАРЫ, Тоҙло шишмә, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Бөрө ҡ. көньяҡҡа табан 4 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. 5 сығанаҡ бер-береһенән 10—70 м аралыҡта ята. Аҫҡы пермдең көңгөр ярусы тоҡомдарында (алевролит, гипс) формалаша. Дөйөм дебиты 56—175 л/ с. Һыуы шифалы, уртаса минераллы (5,85 г/ л), сульфат‑хлоридлы, кальцийнатрийлы; тоҙ миҡдары (%): натрий хлориды (22—77), натрий сульфаты (65), кальций сульфаты (45); микроэлемент миҡдары (мг/ л): иод (0,003—0,2), бром (0,46), бор (0,4—1,0), фтор (1,4—2,25), тимер (2,3); газ составы б‑са аҙ сероводородлы, т‑раһы 6,5°С. Сығанаҡтарҙа минераль ләм бар (запастары яҡынса 1700 м3). Ландшафы һыубаҫар болондарҙан тора.

Р.Ф.Абдрахманов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019