Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАҘЛЫҠТАР

Просмотров: 1709

ҺАҘЛЫҠТАР, гидрофиль үҫемлектәр донъяһы м‑н ҡапланған ер өҫтөнөң артыҡ еүеш булған участкалары, ландшафттарҙың үҙенсәлекле класы. Ҡоро ерҙең (болон, урман) һаҙға әйләнеүе һәм һыу ятҡылыҡтарын үлән баҫыу һөҙөмтәһендә килеп сыға, торф барлыҡҡа килтерә. Тупланған торфтың ҡалынлығы б‑са һаҙланған ерҙәр (30 см кәмерәк) һәм торфлы Һ. (30 см артыҡ) айырыла. Геоморфологик, гидрологик билдәләр һәм минераль туҡланыу элементтары м‑н тәьмин ителеү кимәле б‑са торфлы Һ. уйһыу (эвтрофлы), күтәренке (олиготрофлы) һәм күсмә (мезотрофлы) Һ. бүленә. Һ. һыу һаҡлау, һыу көйләү, иҡт. һәм экологик әһәмиәткә эйә, төрлө хайуандарҙың (ҡабан, мышы һ.б.), ҡоштарҙың (торна, һуйыр һ.б.) йәшәү һәм дарыу үҫемлектәренең, реликттарҙың, эндемиктарҙың һ.б. үҫеү урыны булып тора. БР‑ҙа дөйөм майҙаны яҡынса 51 мең га (респ. терр‑яһының 0,4%‑ы) булған 542 торфлы Һ. билдәле. Терр‑яларҙың һаҙматлығы (иң күбе — 11% Краснокама һәм Учалы р‑ндарына тура килә, башҡа райондарҙа — 0,1%‑тан алып 1,0%‑ҡа тиклем) тигеҙ түгел, Һ. һаны климат һәм рельеф үҙенсәлектәренә бәйле төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай кәмей. Республикала йылға һәм күл буйҙарында (Салауат р‑нында Миәшәгәр һәм Наратлыкүл, Бала­ҡатай р‑нында Үтәш һәм Шар, Краснокама р‑нында Яңы Хажи, Иглин р‑нында Ҡыҙылъяр, Дәүләкән р‑нында Көҙләү, Миәкә р‑нында Сәтрә һ.б.), һыуһаҡлағыстарҙы һыу баҫыу зонаһында барлыҡҡа килгән уйһыу Һ. күпселекте тәшкил итә.

Һ. күбеһенсә минераль биоген матдәләргә бай булған ер аҫты һәм ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына; көл элементтарында үҫкән үҫемлектәр (күрән, ҡамыш, ҡара ерек, мамыҡлы ҡайын, мүк һ.б.) хас; Һ. өҫтө батынҡы йәки яҫы, үҙәгендә бәләкәй күлдәр булыуы мөмкин. Күтәренке Һ. һирәк осрай, ғәҙәттә һыу айырғыстарҙа урынлашҡан (Краснокама р‑нында Бабай, Мүкле, Нарат, Олоһаҙ һ.б.); башлыса минераль биоген матдәләре аҙ булған яуым‑төшөм һыуҙары м‑н туйына; көл элементтарына мохтаж булмаған үҫемлектәр (ҡарағай, мамыҡбаш күрән, һаҙ мүге һ.б.) үҫә; өҫтө сығынҡы; биләгән майҙандарының ҙурлығы һәм торф ҡалынлығы м‑н айырылып тора. Күсмә Һ. ике аралағы майҙанды биләй, күбеһенсә респ. таулы өлөшөндә (Белорет һәм Учалы р‑ндары), Ағиҙел һәм Кама йй. араһында (Краснокама р‑нында Түңәрәк, Ҡалтасы р‑нында Һай һ.б.) урынлашҡан; уртаса минераль туҡланыу шарттарына яраҡлашҡан үҫемлектәр (ҡайын, ҡарағай, шыршы, күрән, мамыҡбаш күрән, һаҙ мүге һ.б.) хас; өҫтө яҫы йәки бер аҙ сығынҡы. БР‑ҙың таулы өлөшөндә “аҫылмалы” Һ. осрай, улар текә битләүҙәрҙәге ер аҫты һыуҙары сыҡҡан һәм яуым‑төшөм миҡдары йыйылған урындарҙа барлыҡҡа килә. Республикала ер аҫты һыуҙарының кимәле төшөү, ауыл хужалығы ерҙәренең киңәйеүе, һыуһаҡлағыстарҙың һыу аҫтында ҡалыуы, күпләп торф табыу һөҙөмтәһендә Һ. майҙаны кәмей. 80‑се йй. башында 390 торфлы Һ. тәбиғи хәлендә һаҡлап ҡалыу т‑да ҡарар ҡабул ителә, шулар араһында Журавлиный (Белорет р‑ны), Лағыр һәм Арҡауыл (Салауат р‑ны), Озерский һәм Ҡаракүл (Дыуан р‑ны), Наратһаҙ (Мишкә р‑ны), Мүкле (Краснокама р‑ны) Һ. бар. Асылыкүл тәбиғи паркында киптерелгән Берҡаҙан­Ҡамыш төбәген тергеҙеү б‑са саралар күрелә. Упҡанкүл а. эргәһендә Упҡанкүл Һ. һәм күле (Асҡын р‑ны), Оло Ташлы (Әлшәй р‑ны), Клюквенный (Архангел р‑ны), Озерский, Ҡаракүл, Ҡарашар (Дыуан р‑ны), Мүкле, Танышһаҙ (Краснокама р‑ны), Арҡауыл, Лағыр (Салауат р‑ны) һ.б. һаҙлыҡтар тәбиғәт ҡомартҡылары булып тора. Шулай уҡ ҡара: Һаҙлыҡты өйрәнеү ғилеме.

Әҙәб.: Гареев А.М., Максютов Ф.А. БолотаБашкирии.Уфа,1986; Кучеров Е.В., Мулдашев А.А., Галеева А.Х. Ботанические памятники природы Башкирии. Уфа, 1991.

Ә.М.Гәрәев, Б.М.Миркин, А.Ә.Мулдашев

Тәрж. А.Н.Күсеев 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.05.2023