Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШҠОРТТАР: ЭТНОЛОГИК МОНОГРАФИЯ ТӘЖРИБӘҺЕ”, монография

Просмотров: 821

“БАШҠОРТТАР: ЭТНОЛОГИК МОНОГРАФИЯ ТӘЖРИБӘҺЕ” (“Башкиры: Опыт этнологической монографии”), С.И.Руденконың монографияһы. Хеҙмәт 1905—08 йй. этнографик экспедиция материалдары, баҫтырылған сығанаҡтар һәм әҙәбиәт нигеҙендә яҙылған. 2 өлөштән тора. 1‑се өлөшөндә (Физический тип башкир //Записки Императорского Русского географического общества. Т.43. Вып.1. Пг., 1916) башҡорттарҙың этник тарихы бәйән ителгән. Төрлө ҡәбилә һәм ырыуҙарға ҡараған 2,3 мең самаһы кешене антропологик тикшереү (ҡара: Антропология) һөҙөмтәләрен дөйөмләштереп, автор башҡорт халҡы составын көнсығыш, көньяҡ- көнбайыш, төньяҡ‑көнбайыш локаль төркөмдәргә айырып, уның антропологик тибына дөйөм характеристика биргән. Көнсығыш башҡорттарында башлыса монгол тибы, төньяҡ‑көнбайыш башҡорттарында — европа тибы, көньяҡ‑көнбайыш башҡорттарында ике антропологик типтың да билдәләре булыуы теркәлгән. 2‑се өлөшөндә (Быт башкир //Записки Русского географического общества. Т.43. Вып.2. Л., 1925) 19—20 бб. сигендә башҡорттарҙың хужалыҡ итеү формаларына, көнкүрешенә, матди һәм рухи мәҙәниәтенә ентекле характеристика бирелгән. Башҡорттар йәшәгән терр‑яны автор 4 этнографик өлкәгә бүлгән: көнсығыш (тау алды м‑н бергә Урал аръяғы һәм Көньяҡ далалар), таулы (Көньяҡ Уралдың үҙәк өлөшө), көньяҡ‑көнбайыш (Өфөнән көньяҡ‑көнбайышҡа табан далалар) һәм төньяҡ (Өфөнән төньяҡҡа һәм Урал тауҙарынан көнбайышҡа табан терр‑я). Тәүге тапҡыр башҡ. ҡәбиләләре һәм ырыуҙары ултырған терр‑я картаһын төҙөүгә ынтылыш яһалған, башҡорттарҙың ырыу-ҡәбилә ҡоролошо табл. төҙөлгән, башҡ. этносы һәм мәҙәниәте формалашыуҙа төрки компоненттың төп роль уйнауы т‑да һығымта яһалған. Биҙәү‑ҡулланма сәнғәте, башҡорт кейеме, башҡорт аш‑һыуы, халыҡ музыка ҡоралдары, халыҡ байрамдары, ғаилә‑никах мөнәсәбәттәре, исламға тиклемге дини инаныу ҡалдыҡтары, торамалар һәм торлаҡтар, традицион йөрөү саралары, фольклор, кәсептәр һәм һөнәрселек ентекләп яҙылған. Китап күп һанлы карталарға һәм иллюстрацияларға бай.

Китаптың 2‑се өлөшөнә, ш. уҡ 1925 й. һуң сыҡҡан эштәренә һәм Башҡортостанға 1952 й. экспедиция материалдарына нигеҙләнеп Руденко “Башҡорттар: тарихи‑этнографик очерктар” (“Башкиры: историко‑этнографические очерки”; 1955) монографияһын яҙған. Тел белгестәренең диалектологик тикшеренеүҙәрен (ҡара: Башҡорт тел ғилеме) иҫәпкә алып, автор башҡорттар ултырған терр‑яны этнографик районлаштырыу схемаһына төҙәтмәләр индергән, революциянан (1917) һуң башҡорт халҡының көнкүрешендәге һәм мәҙәниәтендәге үҙгәрештәр т‑дағы мәсьәләне яҡтыртып үткән.

И.В.Кучумов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: