Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛО ӘҮЖӘН, йылға

Просмотров: 1619

ОЛО ӘҮЖӘН, йылға, Ағиҙел й. уң ҡушылдығы. Баштау һыртындағы Ҡараташ тауының көнсығыш итәгендә башлана. Белорет р‑ны буйлап үрге ағымында 15 км төньяҡ һәм төньяҡ‑көнбайышҡа аға, Туҡан а. көнсығышҡа табан 8 км алыҫлыҡта көньяҡҡа борола һәм Ағиҙел й. (тамағынан 1175 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо яҡынса 92 км, басс. майҙаны 124 км2. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Үрге Әүжән а. эргәһендәге быуаға тиклем уртаса йыллыҡ һыу сығымы яҡынса 18 м3/с. Басс. рельефы таулы. Үрге ағымда үҙәне киң (800—1000 м), урыны м‑н һаҙлы, һөҙәк битләүҙәр бар; түбәнге ағымда — тар, ярҙары текә һәм ҡаялы. Үрге һәм урта ағымында йылға ныҡ бөгөлләнә. Ландшафы кәҫле көлһыу тупраҡтағы ҡайын‑ҡарағай һәм ҡайын‑ҡарағай‑ҡарағас урмандарынан, урта һәм түбәнге ағымда ылыҫлы урман урынында барлыҡҡа килгән төрлө үләнле сағыл болондарҙан тора. Басс. 80%‑тан ашыуын урман ҡаплаған, яҡынса 5%‑ы һаҙланған. Ҡушылдыҡтары: уң — Ҡарайылға, Беҙәк, Ҡурғашлы, Бағрышты; һул — Кесе Әүжән һ.б.

И.М.Япаров

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019