Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕЛОРУСТАР

Просмотров: 1538

БЕЛОРУСТАР (үҙ атамаһы беларустар), халыҡ, Белоруссияның төп халҡы. Б. һаны 1989 й. Белорус ССР‑ында — 7904,6 мең, РСФСР‑ҙа — 1206,2 мең; 2002 й. РФ‑та — 814,7 мең; 2010 — 521,4 мең кеше. БАССР‑ҙа 1989 й. Б. һаны 17 меңдән ашыу тәшкил итә; БР‑ҙа 2002 й. — 17,1 мең; 2010 — 11,7 мең кеше. Айырыуса Иглин р‑нында (2002 й. — 6,6 мең кеше) һәм Өфөлә (5,6 мең кеше) тупланып йәшәйҙәр. Б. бер өлөшө белорус телендә, бер өлөшө башҡорт теле, татар теле, украин телендә һөйләшә; күпселеге урыҫ телен туған теле тип һанай. Диндарҙарҙың төп өлөшө православие динен тота. Б. Башҡортостанға күпләп күсенеүе (ҡара: Күскенселек хәрәкәте) 19 б. аҙ. башлана, Столыпин аграр реформаһы барышында көсәйә. Күскенселәр ерҙе дәүләттән, башҡорттарҙан айырым йәки бергәләп биләү өсөн һатып ала. Б. м‑н пайға йыш ҡына латыштар, украиндар, урыҫтар һ.б. инә. Тәүге Б. анклавтарының береһе Урал буйында, Эҫем й. басс. барлыҡҡа килә. 1912—13 йй. һәр йорттан халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са, Өфө өйәҙендә 83 ауылда 5,6 мең, Бәләбәй өйәҙендә (нигеҙҙә, Могилёв һәм Минск губ. күсеп килеүселәр) 1,7 меңдән ашыу Б. теркәлгән. Беренсе донъя һуғышы йылдарында Б. ҡасаҡтарының күпләп күсеп килеүе күҙәтелә, улар башлыса Һамар—Златоуст т. юлы буйлап урынлаша. Б. хужалығы яңы ерҙә традицион һыҙаттарын һаҡлай. Игенселек төп тармаҡ була, малсылыҡ, йорт һөнәрҙәре һәм кәсептәр ярҙамсы роль уйнай. Ер һөргәндә, традицион һуҡанан тыш, бер төрәнле һәм һыңар төрәнле һабан файҙаланғандар (ҡара: Ер эшкәртеү ҡоралдары). Үҫтерелгән культуралар йыйылмаһы тәбиғәт шарттарына бәйле булған: Урал буйында, нигеҙҙә, арыш һәм арпа, көньяҡ‑көнбайыш дала райондарында бойҙай сәскәндәр; иген культураларынан ш. уҡ һоло, тары һәм ҡарабойҙай, техник культураларҙан етен һәм киндер, йәшелсә культураларынан картуф таралған була. Урал буйында йәшелсәселек, сусҡасылыҡ, көньяҡ-көнбайыш райондарҙа һарыҡсылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Умартасылыҡ, мискә, мебель, рамлы умарта, сана, арба яһау, талдан һәм һаламдан кәрәк‑яраҡ үреү таралған була. Киндер, етен, йөн эшкәртеү, туҡыусылыҡ (байрамдар өсөн тәғәйенләнгән йоҡа туҡыма, ҡалын киндер, тоҡ әҙерләгәндәр), сигеү, бәйләү һ.б. м‑н шөғөлләнгәндәр. Яҡынса 10 йорттан торған утарҙар төп торама булған. Колонияларҙа һәм милли йәһәттән ҡатнаш ултыраҡтарҙа бер нисә тиҫтә хужалыҡ берләшкән. Ағас төп төҙөлөш материалы һаналған. Ялан яҡтарында ҡаралты аҙыраҡ булған (төҙөлөш өсөн ағастан тыш ситән, һалам һәм яҫы таш ҡулланылған). Б. йорттары соланлы һәм ике яҡлы ҡыйыҡлы буралған өй була, ҡыйығы ҡабыҡ, транса, ялан яҡтарында һалам м‑н ябылған. Традицион интерьер иконалар ҡуйылған “ҡыҙыл мөйөш”тән, аш‑һыу урынынан (өҫтәл, стеналар буйлап ике эскәмйә), һикеле ҙур мейестән, уның артына ултыртылған һандыҡтан, хужалыҡ урындығы һәм һәндерәнән торған. Йорт ҡаралтыһы башлыса йомоҡ (“таж һымаҡ” йәки П рәүешендә) итеп ҡоролған. Йортҡа төкәтеп келәт йәки мал һарайы төҙөлгән. Ихата әйләнәһе буйлап амбар, ат һарайы урынлашҡан; ихата артында мунса булған. Башҡа ҡаралтыларҙан ситтәрәк көлтә һәм ашлыҡ һаҡлағыс төҙөлгән. Традицион ҡатын‑ҡыҙ кейеме яурындары сигелгән (нигеҙҙә, ҡыҙыл төҫлө еп ҡулланғандар) аҡ киндер күлдәктән, шаҡмаҡлы киндер йәки бер төҫлө буҫтау итәктән, селтәр һәм сигеү м‑н биҙәлгән оҙон алъяпҡыстан, билле еңһеҙ кейемдән торған. Кәләштең туй баш кейеме сәскәле таж булған, кейәүгә сыҡҡан ҡатындыҡы — йомшаҡ туҡыма башлыҡ, өсмөйөшләп уртаға бөкләнгән яулыҡ. Традицион биҙәүестәр — гәрәбә, быяла мунсаҡтар, балдаҡтар, һырғалар, күлдәк яғаһына ҡаптырмалар. Ирҙәр кейемендә традицион билдәләр аҙ һаҡланған. Ирҙәр, билен туҡыма билбау м‑н быуып, оҙон итеп тегелгән туҡыма күлдәк, туҡыма йәки буҫтау ыштан кейгән. Буҫтауҙан тегелгән билле йылы өҫкө кейемдәрҙе, һарыҡ тиреһенән тун һәм ҡыҫҡа тундарҙы ҡатын‑ҡыҙ ҙа, ирҙәр ҙә кейгән. Баш кейеменән кейеҙ һәм буҫтау кәпәстәр, һарыҡ тиреһенән бүректәр, кейеҙ һәм һалам эшләпәләр киң таралған була. Ир һәм өлкән ҡатын‑ҡыҙҙың аяҡ кейеме итек булған, йәш ҡатындарҙыҡы — баулы ботинка һәм ҡыҫҡа итек, ш. уҡ сабата кейгәндәр. Б. милли аш‑һыуы иген һәм йәшелсә (иң элек картуф) культураларын ҡулланыуға нигеҙләнгән. Йәшелсә аштары — щи, шалҡан, кишер, ҡабаҡтан шыйыҡ аш, сөгөлдөр япрағынан борщ, ҡуҙғалаҡ ашы киң таралған була. Ҡайһы бер йәйге аштарҙы кеүәҫ ҡушып әҙерләгәндәр. Байрамдарҙа ҡырылған картуфтан әсе ҡоймаҡ, ҡоймаҡ бешергәндәр. Кеүәҫ, емеш- еләк эсемлеге, кеҫәл һ.б. эскәндәр.

Ғаилә‑никах мөнәсәбәттәрендә Б. традицион һыҙаттарҙы һаҡлаған: 19 б. аҙ. тиклем 6—9 кешенән торған ҙур ғаилә (нигеҙҙә, өс быуын), 20 б. башынан 4—5 кешеле бәләкәй ғаилә өҫтөнлөк иткән. Ғаилә көнкүрешендә патриархаль традициялар һаҡланған: ата кеше, өлкән ағай абруйы, хужалыҡ, баҫыу һ.б. эштәр т‑да фекер алышҡанда өлкән ғаилә ағзаларының бөтәһенең дә ҡатнашыуы. Үҙ-ара ярҙам һәм байрамдарҙы бергә билдәләү йолалары таралған була. Б. иң сағыу йолалары туй м‑н бәйле, унда, яҡын туғандарҙан тыш, исем атаһы һәм исем инәһе, кейәүҙең иптәштәре, кәләштең әхирәттәре, дружка (староста, туй йолаһын төп башҡарыусы) ҡатнашҡан. Туй йолаларының тәүге өлөшө кәләш йортонда үткәрелгән, төп өлөшө кейәү йортонда барған. Йәштәргә туй икмәге м‑н фатиха биргәндәр, уны туйҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ауыҙ итергә тейеш булған. Баланы суҡындырыу туған‑тыумаса м‑н бергә тантаналы рәүештә билдәләнгән. Раштыуа, Крещение, Масленица, Пасха, Троица һ.б. байрамдар (ҡара: Православие байрамдары) үткәрелгән. Раштыуа ваҡытында (Каляды) йәштәр коляда йолаһын башҡарған — бәхет, именлек теләп, йырлашып, өйҙән өйгә йөрөгән; килеүселәрҙе тәм‑том, бәлеш м‑н һыйлағандар. Святка аҙнаһында йәштәр традицион персонаждар — Кәзә, Бабай, Байбисә, Йәш килен булып кейенеп, сәхнәләштерелгән тамашалар күрһәтеп, уйындар үткәргән. Иван Купала байрамы киң билдәләнгән. Күп байрам һәм йолалар игенселек календарына бәйле булған. Музыка ҡоралдарынан Б. ҡыуыҡлы һорнай, һыбыҙғы, жалейка, мөгөҙ, скрипка, цимбал, шөңгөр таралған була. Муз. фольклор күп төрлө: һәр байрамға йырҙар шәлкеме бағышланған; лирик, бишек, бейеү, шаян йырҙар киң билдәле булған. Традицион бейеүҙәре: яҙғы-йәйге һәм ҡышҡы әйлән‑бәйлән, полька, кадриль һ.б.

20 б. дауамында Б. урыҫтар тарафынан ассимиляцияланыу (ҡара: Ассимиляция) тенденцияһы күҙәтелә. БР‑ҙа белорустарҙың “Спадчына” милли‑мәҙәни үҙәге, Иглин р‑ны Балтика а. белорус тарихи-мәҙәни үҙәге, белорус халҡын хеҙмәтләндергән төп китапхана эшләй. Иглин р‑ны Балтика һәм Пушкинский аа. фольклор ансамблдәре ойошторолған, мәктәптәрҙә белорус теле уҡытыла.

Әҙәб.: Титов В.С. Историко‑этнографическое районирование материальной культуры белорусов. Минск, 1983; Этнография восточных славян: очерки традиционной культуры. М., 1987.

С.Н.Шитова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: