Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУҘҘАН ЭШЛӘНГӘН ӨЙ КӘРӘК-ЯРАҒЫ

Просмотров: 1846

ТУҘҘАН ЭШЛӘНГӘН ӨЙ КӘРӘК-ЯРАҒЫ, эҫе һыу м‑н йомшартылған, ҡайһы берҙә ерек ҡайырыһы төнәтмәһендә буялған туҙҙан эшләнгән көнкүреш әйберҙәре. Туҙҙы махсус ҡорал — ҡыйғаҡ м‑н һыҙырып алғандар. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш таулы-урманлы райондарында туҙ әйберҙәрҙе башлыса цилиндр формаһында эшләгәндәр: әҙерләмәнең ситтәрен бергә ҡушып ялғағандар йәки осло ҡаптырма рәүешендә киҫеп, ныҡ итеп беркеткәндәр. Был ысул м‑н еләк йыйыу һәм ҡул эштәрен һалыу өсөн төплө еңел туҙыйҙар (төйөҫ), айран, ҡатыҡ әҙерләү һәм һөт һаҡлау өсөн тырыздар м‑н ике ҡат туҙҙан эшләнгән, алынмалы ағас төплө туҙ биŸрәләр эшләгәндәр. Башҡортостандың көнсығыш Урал аръяғында, төньяҡ-көнсығыш, таулы үҙәк райондарында дүрткел туҙ әйберҙәр ҡулланылған: туҙҙың ситтәрен һәм мөйөштәрен бөкләп теккәндәр. Емеш-еләк киптереү, буҙаға орлоҡ шыттырыу, ҡорот һ.б. әҙерләү һәм һаҡлау өсөн һай һауыт — туҙаяҡ, бәшмәк, еләк йыйыу, юлда йөрөтөү өсөн бейек тырыздар (ҡаяҙ) ҡулланылған. Һауыттарҙың ситен суҡтар, һырҙар м‑н, кәкерсәкле һәм төрлө төҫтәге буҫтау киҫәктәре һалып, ҡыя геометрик орнаменттар м‑н биҙәгәндәр. Биҙәү һәм тегеү өсөн ат ҡылы м‑н киндер еп ҡулланылған. Туҙҙан ш. уҡ ҡумта, сәңгелдәк һ.б. эшләгәндәр. Башлыса Кама, Урал буйы һәм Урал аръяғындағы ҡайынлы урман зонаһында таралған.

Әҙәб.: Р у д е н к о С.И. Башкиры: ист.-этногр. очерки. М.-Л., 1955; Ш и т о в а С.Н. Башкирская деревянная утварь (опыт классификации и типологической характеристики) //Хозяйство и культура башкир в XIX — начале XX в. М., 1979.

С.Н.Шитова

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019