Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛО ҠЫҘЫЛ, йылға

Просмотров: 1031

ОЛО ҠЫҘЫЛ, йылға, Урал й. уң ҡушылдығы. Уралтау һәм Ҡырҡтытау һырттары араһындағы уйпатлыҡта башлана. БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны һәм Силәбе өлк. буйлап төньяҡтан көньяҡҡа табан аға, башынан 30 км алыҫлыҡта көньяҡ‑көнсығышҡа борола һәм Урал й. (тамағынан 2014 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 172 км, басс. майҙаны 2080 км2, дөйөм түбәнәйеүе 570 м. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йыллыҡ аҡманың 71%‑ы — яҙғы (апр.—май), 22%‑ы — йәйге һәм көҙгө (июнь—окт.) һәм 7%‑ы ҡышҡы (нояб.—март) осорҙарға тура килә. Әбйәлил р‑ны Үрге Әбдрәш а. эргәһендә уртаса күп йыллыҡ һыу сығымы 4 м3/с. Басс. үрге өлөшө урта рифейҙың үткәл һәм өҫкө рифейҙың ҡурташ свиталарының төрлө һәүерташтарынан торған көнсығыш итәгендәге тәпәш таулы һырттарҙа, ш. уҡ девон ултырмаларында (эффузивтар, саҡматаш һәм йәшмә тоҡомдары) урынлашҡан. Түбәнге ағымында йылға палеозой тоҡомдарынан торған Урал аръяғы буйлап аға. Карбонатлы карст үҫешкән. Үрге ағымындағы ландшафы асыҡ ылыҫлы урмандан ғибәрәт, һоро тау‑урман, өлгөрөп етмәгән тау тупраҡтары, йыуылған ҡара тау тупрағы таралған, ябай һәм йыуылған ҡара тупраҡтарҙа болонло һәм төрлө үләнле, типсәк‑ҡылғанлы тәпәш таулы далалар үҫешкән. Басс. түбәнге өлөшөндә байтаҡ ерҙәр һөрөлгән. Ҡушылдыҡтары: уң — Дарыулы, Ҡараһаҙ; һул — Иҙәш һ.б.

В.А.Балков

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019